Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
27 Ғинуар , 14:00

Бына шундай ысын ир-егеттәр була!

“Раха” позывнойлы яугир замандаштарына өлгө

Бына шундай ысын ир-егеттәр була!
Бына шундай ысын ир-егеттәр була!

Йәш кенә булһалар ҙа, ғаиләһе, яҡындары өсөн генә түгел, тыуған иле өсөн яуаплылыҡ тоя белгән ир-егеттәр һоҡланыу уята. Таянырҙай, терәк булырҙай көслө заттар улар. Бөгөнгө мәҡәләмдең геройы Ишембай районы Әрметрәхим ауылы егете, махсус хәрби операцияға контракт буйынса юлланған “Раха” позывнойлы яугир.  Ишембайҙа тыуып-үҫкән егет ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше Розалия менән Искәндәр һәм Руслан исемле биш һәм өс йәшлек ике ул үҫтерәләр.

Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да көслө ул. Заманында һауа-десант ғәскәрҙәрендә һалдат бурысын үтәгән.

Былтыр яҙын контракт төҙөп махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Быны ул яуҙа дуҫ егеттәренең күп булыуы, уларға ярҙам кәрәклеге менән аңлата. Шулай уҡ улдарының киләсәген дә уйлап хәл итә, уларҙың тормошоноң яҡлаулы булыуы менән бәйләй. Бары тик контракт төҙөгәс кенә яҡындарына хәбәр итә. Ғаиләһе, яҡындары был хәбәрҙе бик ауыр ҡабул итһә лә, яйлап күнәләр, сабыр ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡанын көтәләр.

Былтыр март айында махсус хәрби операцияға юлланған булһа, ошо көндәрҙә ул тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан.

 – Махсус хәрби операцияла булыу  холоҡто ла, тормошҡа ҡарашты ла  үҙгәртә. Ғүмерҙең  ҡәҙерен белергә, йәшәү тәмен тойорға  өйрәнәһең.  Иҫән-имен ҡаршылаған һәр таңға шатланаһың, хатта яуған ҡарҙы күреүгә ҡыуанаһың, – ти Ишембай егете.

Яугирҙең махсус хәрби операцияға барырға теләүселәргә әйтер кәңәштәре лә урынлы.

–Физик яҡтан әҙер булыу, һалҡын аҡыл менән эш итеү, үҙеңде ҡулда тота белеү кәрәк. Хеҙмәттәштәреңә терәк-таяныс булыу ҙа унда кәрәкле мөһим сифат, – тип өҫтәне ул.

Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ наградалар ҙа алып өлгөргән. Штурмовик миҙалы һәм десантсының отличие билдәһе менән бүләкләнгән.

Атайҙары улдары өсөн ҙур ғорурлыҡ. Уның ялға ҡайтҡан мәлен бигерәк тә улар һағынып көтөп алған һәм атайҙарының эргәһенән дә китмәйҙәр. Бәләкәсенең һағыныуы шул тиклем көслө була, атаһы йыраҡта саҡта хатта ул  һалдат кейемендәге яугир һүрәтен “был минең атайым” тип үҙе менән балалар баҡсаһына  йөрөтә. Өлкән улы Искәндәр йәй дауамында атаһының һауа десант ғәскәрҙәре тип яҙылған беретын башынан һалмай кейеп йөрөй.  Малайҙар атайҙарына ҡарата ғорурлыҡ хистәрен бәләкәйҙән һеңдереп үҫә.

 “Раха” позывнойлы яугирҙең яҡындарының теләге бер  – иҫән - имен генә әйләнеп ҡайтһын. Доғалар уҡымаған көндәре лә уларҙың һирәктер.

Донъяларҙың тиҙерәк тынысланыуын, Ишембай яугиренең башҡа яуҙаштары менән еңеү  яулап  тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Фотолар: яугирҙең архивынан.

 

 

 

Бына шундай ысын ир-егеттәр була!
Бына шундай ысын ир-егеттәр була!
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас