Ишембай районының Кинйәкәй ауылы клубында иртә менән йәнлелек тойола. Бер бүлмәлә маскировка селтәрҙәре үреү өсөн станоктар ҡоролған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулына күҙ эйәрмәй - береһе таҫмалар киҫеп тора, башҡалар йәһәтләп селтәр үрә.
Махсус хәрби операция башланғас та, улар һалдаттарға ярҙамға тотона. Аҡса йыйып яугирҙәргә кәрәк-яраҡ ебәрәләр, һуңғараҡ маскировка селтәрҙәрен үреүгә керешәләр, сөнки һалдаттарҙан уға һорау һәр ваҡыт ҙур.
– Көн һайын иртүк клубҡа килеп етәбеҙ. Төшкә тиклем тырышып маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ. Өйҙә ултырып йөрәк түҙмәй. Яуҙа йөрөгән ир-егеттәргә ярҙам итеү – ул күңел талабы. Беҙ үргән был селтәрҙәр бер генә ғүмерҙе ҡотҡарһа ла, файҙа. Материалын алыу өсөн халыҡ аҡса йыя. Шулай итеп, күмәк көс менән башҡарабыҙ, – ти өс бала әсәһе Фатима Әйүпова.
Беҙ барғанда күпселек ололарҙы, хаҡлы ялдағыларҙы осраттыҡ. Шулай ҙа изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
– Маскировка селтәрҙәрен әҙерләп торабыҙ, һалдаттарға ебәрә барабыҙ. Былтыр ғына 50-нән ашыу селтәр үрҙек. Быға тиклем үҙебеҙ һарыҡ йөнөн эшкәртеп, тәбиғи йөндән йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләнек, – тип һөйләне Кинйәкәйҙең гүзәл заттары.
“Тамсынан күл йыйыла” тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Кинйәкәйҙәге һымаҡ уңғандар булғанда яугирҙәребеҙҙең тылы ла ныҡ.
Автор фотоһы.