

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Һоҡланғыс кешеләр" рубрикаһында ватан сәнәғәте ғорурлығы Валентин Павлычев хаҡында яҙҙы.
"Был шәхестең аңлы тормошоноң күп өлөшө "Йәшерен" грифы аҫтында үтә. Күренекле инженер, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, химия фәндәре кандидаты Валентин Павлычев - ватан сәнәғәте ғорурлығы. 12 февралдә ул үҙенең 90 йәшен билдәләй. Валентин Николаевичҡа һаулыҡ һәм яңы идеялар теләйем.
Венераға һәм башҡа планеталарға йыһан аппараттары осоштары легендар "Буран" өсөн яғыулыҡ синтинын төп уйлап табыусы ул. Валентин Николаевич "Восток" һәм "Союз" ракеталары өсөн гептил – энергия сығанағы етештереүҙе ойоштора. Күп осраҡта бындай белгестәр арҡаһында илебеҙ тиҫтә йылдар буйына йыһанда лидерлыҡты һаҡлап ҡала.
Буласаҡ химик 1936 йылда Ярославлдә тыуған. 1960 йылда шунда уҡ технология институтын тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса беҙҙең республикаға, Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинатҡа килә. Бында ҡоролма операторынан генераль директорға тиклем юл үтә. Уның етәкселегендә бензол етештереүҙе башлайҙар, бутил спирттары, пластификаторҙар, махсус яғыулыҡ, аммиак, цеолиттар етештереү буйынса комплекстар булдырыла. Нефть сығарыу өсөн 50-гә яҡын химик реагент уйлап табыла.
1990 йылдарҙа, Валентин Павлычев "Салауатнефтеоргсинтез"ға етәкселек иткәндә, ул предприятиены берҙәм етештереү комплексы булараҡ һаҡлап ҡалыу тураһында принципиаль ҡарар ҡабул итә. Әйткәндәй, йәш сағында Валентин Николаевич тағы ла бер ҙур республика предприятиеһы – Салауат химия заводы төҙөлөшөнә етәкселек итә. Шулай уҡ ул оҙаҡ ваҡыт Өфө нефть институтының Салауаттағы филиалында уҡыта, рационализаторлыҡ һәм уйлап табыу эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. Ғалимдың наградалары араһында Октябрь революцияһы ордены, "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы, "СССР-ҙың уйлап табыусыһы", "Почетлы нефтехимик" исемдәре бар. Валентин Николаевич, күркәм йәшенә ҡарамаҫтан, әле лә сафта ҡала. "БашИнком" ғилми-етештереү предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә, аҙыҡ-түлектә витаминдар, минералдар миҡдарын арттырырға мөмкинлек биргән АС-35 биотехнологияһын эшләүҙә ҡатнаша", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.