Ишембай районының Әхмәр ауылы клубында бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙың окоп майшәмдәрен эшләгән ваҡытына тура килдек. Улар араһында сабырлығы йөҙөнә сыҡҡан Рәмзиә Хәйбуллинаны тап иттек. Уның улы Юлдаш махсус хәрби операцияла һәләк булған. Әсә йөрәгенә бер ҡасан да уңалмай торған тәрән яра һалынған.
Илебеҙ тыныслығы өсөн йәнен аямаған ошондай батыр яугирҙәр, ҡаһарман улдар үҫтергән әсәйҙәр тураһында йәмғиәтебеҙ белергә тейеш. Улы тураһында һүҙ ҡуҙғатыу менән әсәнең күҙенә йәштәр тығылды.
“Тунгус” позывнойлы Әхмәр егете 2022 йылдың 17 октябрендә мобилизация менән махсус хәрби операцияға юллана. Ул ваҡытта ситтә эшләп йөрөгән була. Асыҡ күңелле, ихлас, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй торған егет тип хәтерләй уны яҡташтары. Ҡурайҙа ла өҙҙөрөп уйнай, оҫта бейей ҙә, йырлай ҙа. Бик һәләте егет була. Өс йыл Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия –интернатында ла уҡый. Һаулығы арҡаһында унан ҡайтырға мәжбүр була.
Ҡурайҙы йыш ҡулына ала. Хатта яуҙа ла уны уйнап хеҙмәттәштәренең күңелен күтәрә.
– Ике олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары булды. Бәләкәйҙән уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап үҫте. Патриотизм тойғоһо бала саҡтан бар ине. Махсус хәрби операцияға барыу ҡарары ныҡ булды. Төшкә тиклем повестка алды, төштән һуң китеп тә барҙы, – ти Рәмзиә Хәмиҙулла ҡыҙы.
Күңел көсө ныҡ була егеттә. Уны оҙатҡан яҡындарының һағышын баҫып, һалдаттарҙы ҡаланан оҙатҡан саҡта “Шайморатов генерал” көйө башланғас, түҙмәй бейеүгә төшөп китә ул. “Еңеү менән ҡайтабыҙ!” тигән ҙур хыял менән юллана ул махсус хәрби операцияға.
2023 йылда яраланып госпиталгә эләгә. Шунда ауылына ялға ҡайтырға ла насип була. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауылдаштары ауыл осонан йыр-бейеү менән ҡаршы ала һалдатты. Яугир машинаһынан төшөп, ауыл урамынан бейей-бейей ҡайта. Яралары төҙәлгәс, йәнә махсус хәрби операцияға китә. “Унда мине дуҫтарым көтә”, – тип ашҡына ул яуҙаштары янына.
Ике тапҡыр отпускыға ҡайта. Яҡындары менән һуңғы күрешеүе 2024 йылдың 17 мартында була. Үҙенән алда башҡалар тураһында хәстәрләү тойғоһо көслө була унда. Хатта отпускынан киткәндә Әптек, Сәлих, Ишәй ауылдарынан яуҙаштарына тип яҡындары килтергән күстәнәстәрен дә ул кире ҡаҡмай ала. “Үҙемдең дә әйберем күп” тип бер һүҙ ҙә әйтмәй. Йыраҡтағы һалдаттарға туған яҡтарынан яҡындарының сәләмененең, күстәнәсенең ни тиклем мөһим булыуын да аңлай егет.
Тормош шул тиклем үкенесле. Тормошто яратҡан, алға хыялдар менән янған яугир ғүмеренең йәшнәп-йәшәр сағында 2024 йылдың 21 июнендә һәләк була, бары тик 2025 йылдың 26 февралендә йәнтөйәгенә алып ҡайтып ерләйҙәр. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены, Жуков миҙалы менән бүләкләнә. Уның дауамы булып был яҡты донъяла улы менән ҡыҙы ҡала.
“Юлдашты яратмау мөмкин түгел ине. Ул шул тиклем мөләйем, кешегә асыҡ күңелле егет булды. Күҙҙәренән нур һибелеп тора ине”, – ти ауылдаштары уның тураһында.
Яугирҙең башланғыс кластар уҡытыусыһы Аза Кәримованан да уҡыусыһы тураһында тик йылы һүҙҙәр ишеттек.
–Юлдашты 1-4 кластарҙа уҡыттым. Шуҡ, тиктормаҫ була торғайны. Нимәгәлер асыуланып, шелтәләргә уйлаһам, күҙгә ҡарап йылмайып тора ине. Бер нисек тә әрләп булмай торғайны. Үҙе шул тиклем ярҙамсыл булды. Балалар менән бергәләп экскурсияға барһаҡ, усаҡ яҡҡанда ла, аҙаҡ йыйыштырғанда ла эргәлә ярҙам итеп йөрөй ине. Уҡыуҙа ла һынатманы. Йыр-бейеү менән мәктәп, ауыл клубы сәхнәһенән төшмәне. Уҡыусым тураһында күңелемдә тик йылы иҫтәлектәр һаҡлайым, – тине уҡытыусы.
Тыуған иле, халҡы өсөн яуаплылыҡ тойған, ҡалҡан булған Әхмәр егете әсәһенең генә түгел, яҡташтарының ғорурлығы.
Яугир әсәһе Рәмзиә Хәйбуллина бер нисә йыл элек тормош иптәшен дә һуңғы юлға оҙатҡан. Әлеге көндә ауылда бер үҙе йәшәһә лә, Стәрлелә төпләнгән улы Илгиз һәм ҡыҙы Айһылыу ҡайтып хәлен белешеп, ярҙам итеп торалар. МХО-ла һәләк булған Юлдаш улының балалары ла иғтибарҙан өҙмәй. Уларға ҡарап күңелен баҫып, ғүмер итә Рәмзиә апай.
Автор фотоһы.