Афғанстанда хеҙмәт иткән замандашыбыҙ Шифа Миңлеғәлиевте Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылындағы Хәким Ғиләжев исемендәге урта мәктәптә тап иттек. Ул уҡыусылар менән осрашыуға килгәйне.
Үҙе эргәләге Таулыкүл ауылыныҡы, ҡасандыр Ҡаңны -Төркәй мәктәбен тамамлаған, һуңынан Өфөлә водитель һөнәре буйынса белем алып, ауылға ҡайтып эшләп йөрөгән сағында армияға барырға повестка килә. Йыйынырға оҙаҡ ваҡыт бирелмәй, бер нисә көн эсендә һалдат бурысын үтәргә юллана.
– Мин 9-сы класта уҡып йөрөгәндә ауылдашым Сабир Ризбаев Афғанстанда хеҙмәт иткән сағында һәләк булды. Был ҡайғы күңелемә ныҡ тәьҫир итте. Шул ваҡиғанан һуң, мин дә Афғанстанға барам, тигән хыял менән йәшәй башланым. Йәш булһаҡ та, ҡурҡыу хисе юҡ ине. Бер туған ағайҙарымдың өсөһө лә армияла булды. Береһе – Германияла, икенсеһе – Һарытауҙа, өсөнсөһө Свердловскиҙа һалдат бурысын үтәне. Шуға мин дә армияға ашҡынып барҙым.
1986 йылда 18 йәшемдә киттем. Тәүҙә бер нисә ай Азербайжанда күнекмәләр үттек. Тау-таш араһында машиналар йөрөттөк. Унан Ташкентҡа, артабан Ҡабулға, һуңынан Баграмға оҙаттылар.
Төп хеҙмәт иткән урыным Баграм ҡалаһында булды. Унда бөтөнләй икенсе мөхит ҡаршы алды беҙҙе. Барып төшкәндә 55 градус эҫе ине, алты мең метр бейеклектәге тауҙар башында ҡар ята. Яйлап ундағы һауа торошона ла өйрәнеп киттек.
Тәүге ярты йыл ашнаҡсы булып хеҙмәт итттем. Ҡорал һәр ваҡыт баш аҫтында була торғайны. Алты айҙан һуң атайымды ерләргә отпускыға ҡайттым. Артабан хеҙмәт юлымды заставаның командир ярҙамсыһы булып дауам иттем. Часовойҙарҙы оҙатып йөрөй торғайныҡ. Шул уҡ ваҡытта медицина ярҙамы күрһәтеү бурысы ла йөкмәтелде, быға ла алдан күнекмәләр барышында өйрәткәйнеләр, – тип һөйләне ул, үҙенең хеҙмәт йылдарын хәтерләп.
Хәрби хеҙмәт еңелдән булмай, ләкин уны лайыҡлы үтә Таллыкүл ауылы егете. Хеҙмәт иткәндә Шифа Зөфәр улының эргәһендә яҡташтары ла була. Туймазынан Раил менән Рауил исемле дуҫтарын да телгә алды. Был егеттәр Афған һуғышынан яраланып ҡайта. Һуңынан да хеҙмәттәштәр үҙ-ара бәйләнеште өҙмәй.
Һалдат хеҙмәтен тултырып тыуған яҡҡа ҡайтҡан ваҡыт та әңгәмәсемдең бөгөнгөләй күҙ алдында.
– Өфөгә ҡайтып төшкәндә май айы, иртәнге сәғәт 6 тирәһе ине. Иң матур ваҡыт. Такси ялланым да Дим биҫтәһендә йәшәгән бер туған ағайыма киттем. Ул ваҡытта әлеге һымаҡ телефондан шылтыратыу мөмкинлеге юҡ ине. “Туғаным, ҡайттыңмы?” тип күреү менән ҡосаҡлап алды. Ул көндә мине Өфө ҡалаһын күрһәтеп йөрөттө. Һуңынан Бүздәктә йәшәгән икенсе ағайыма һуғылып, өсәүләшеп ауылға ҡайтып төштөк.
Беҙ ҡайтып еткәнсе бер ауылдаш ағай әсәйемә минең ҡайтып килгәнде һөйөнсөләп өлгөргән. Әсәйем беҙҙе урамда уҡ көтөп тора ине. Элек һалдатты бөтә халыҡ менән хөрмәтләп ҡаршы алыу йолаһы бар ине бит. Мине лә халҡыҡ күмәкләп ҡаршы алды. Бик күңелле бер мәл булып хәтерҙә ҡалды, – тип йылы хистәр менән хәтергә алды ул әрменән ҡайтҡан көндө.
Хәҙер ошо ваҡиғаға ла 30 йылдан ашыу ваҡыт үткән. “Тәүге осорҙа Афғанстан йыш ҡына төшкә керә ине”, – ти Шифа Зөфәр улы.
Әйткәндәй, уның күкрәген байтаҡ миҙалдар биҙәй. Мәктәп уҡыусылары менән осрашыу мәлендә Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһе башлығы Ғәли Шәғәлиев Шифа Миңлеғәлиевкә “Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл” тигән юбилей миҙалын тапшырҙы.
Осрашыуҙа Афған һуғышын үткән яугирҙең йәш быуынға әйткән фекер-теләктәрен уҡыусылар ҙур иғтибар менән тыңланы.
–Холҡоғоҙҙо нығытыр, сынығыу өсөн егеттәргә мотлаҡ армияға барыу мөһим. Тағы ла бер кәңәшем – физкультура менән шөғөлләнегеҙ, ата-әсәйегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы һәр ваҡыт хөрмәтләгеҙ. Бик матур мәктәптә уҡыйһығыҙ, шуның ҡәҙерен белегеҙ, – тине ул.
Тыныс тормошта ла лайыҡлы ғүмер кисерә яугир. Тормош иптәше менән 30 йылдан ашыу бергә ғүмер итәләр. Өс бала: ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары медицина юлын һайлаған, улдары Октябрьский ҡалаһында уҡып йөрөй.
Атай нигеҙен һыуытмай Таллыкүл ауылында матур ғүмер кисерә Афған яуын үткән һалдат.
Автор фотолары.