Махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттар отпускыға ҡайтҡанда, белем усаҡтарында мәктәп уҡыусылары менән осрашыу ойошторола. Әйтәйек, Бөрө районынан Ватан һаҡсыһы Евгений Лысовты Бөрө күп профилле профессиональ колледж студенттары ҡунаҡҡа саҡырҙы.
– Хәрби булырға бәләкәйҙән хыялландым, маҡсатыма ирештем, – тип һөйләне махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ. – Ғөмүмән, ир-аттың төп бурысы – тыуған төйәген дошмандан һаҡлау. Шуға ҡыуанам, был тәңгәлдә ир-ат туғандарым да, дуҫ-иптәштәрем дә илем тип йәшәй. Уларҙың барыһы ла армияла хеҙмәт итте, һынылыш осоронда махсус хәрби операцияға юлланды. Һынылыш ваҡытында алғы һыҙыҡта булыуҙары һәр йәһәттән дә отошло.
Бөрө районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников билдәләүенсә, Евгений Лысов кеүек батыр Ил һаҡсылары Рәсәй сиген һаҡлағанда, бнр ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Ул яҡташтары менән сикһеҙ ғорурлана.
Фото: Бөрө районы халыҡтың мәшғүллек үҙәге.