

"Республика Башкортостан" нәшриәт йортона ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған "Радий" позывнойлы һалдат килгән. Махсус хәрби операция башланғас, ул өлөшлөтә мобилизацияға эләккән. Яҡташыбыҙ 2022 йылдың сентябренән алып дошман менән яғалаша. Һалдат "Бельские просторы" журналының хеҙмәткәре. Әйткәндәй, Запорожье йүнәлешендә уның менән бергә тағы ла "Уҡытыусы", "Завхоз", "Музей" позывнойлы ил һаҡсылары ла бар. "Молодежная газета" хәбәрсеһе "Радий" менән һөйләшеү ойошторған.
Беҙгә билдәләүенсә, "Радий" хеҙмәт иткән 3-сө батальон хәрби әҙерлек буйынса иң яҡшыһы тип табылған. Унда башлыса тик Башҡортостан егеттәре. Әлбиттә, лидер булыуҙа командирға барыһы ла туранан-тура бәйле.
– Мин уҡсы-санитар булып хеҙмәт итәм, ә кемдер снайпер, дрон буйынса белгестәр ҙә бар, – ти Ватан һаҡсыһы. – Беҙҙә тулыһынса татыулыҡ һәм дуҫлыҡ тантана итә, бер-беребеҙгә ышаныс көслө, теләктәшлек ярылып ята. Ял иткән саҡта поста торғандарға тотошлайы менән ышанырға була. Һүҙ ҙә юҡ, яңы урынға өйрәнеү осорон үттек, бүтән төрлө ҡытыршылыҡтарҙы ла йырып сыҡтыҡ. Тыныс тормошта һәр кемдең холоҡ-фиғеле үҙенсә, амбициялы тигәндәй. Армияла хеҙмәт итеү бигерәк тә ныҡ ярҙам итте.
"Радий" әйтеүенсә, махсус хәрби операция – уйын түгел, унда ҡурҡыу ҙа, тулҡынланыу ҙа бар, был бөтәһен лә ҡағыла. Яҡты киләсәк өсөн шулай булырға тейеш тә.
Дрон бөгөн – разведка ла, ут менән юҡ ителгән нөктә лә, күҙәтеү ҙә, ниҙер оҙатыу ҙа. Үҙең атлап барып биреү бер, ә "ҡош" ярҙамында тапшырыу бөтөнләй бүтәнсә күренеш. Дошман тап ошо дронды оҫта файҙалана, унан ҡалышырға һис тә ярамай. Әлбиттә, беҙҙә төрлөһө бар һәм күп улар. Уға операторҙар кәрәк. Күптәрҙең быны аңлап, контракт төҙөүе шатлыҡлы. Шуға күрә лә улар дөйөм бурысты башҡара. "Радий" ошолар тураһында ла һөйләне.
Фото: "Молодежная газета".