

15 февралдә Өфөлә Еңеү паркында тыуған илебеҙҙән ситтә хәрби бурысын үтәгән рәсәйлеләрҙе хәтерләүгә арналған траур сараһы уҙҙы. Власть вәкилдәре, ветерандар, ҡала халҡы һәләк булған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алды.
“Ҡайғылы әсә” мемориалына сәскәне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников, шулай уҡ локаль һуғыш ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һалды.
Иҫтәлекле дата осраҡлы рәүештә һайланмаған. Тап ошо көндө 1989 йылда Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыу тамамланды. Сараға йыйылыусылар Тыуған илебеҙҙән ситтә төрлө конфликттарҙа хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән һалдаттарыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Сығанаҡ: “Молодежная газета”.
Фото: Өфө мэрияһы матбуғат хеҙмәтенән.