Ғорурланабыҙ
17 Февраля , 06:00

Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!

Улар республика сараларында ла алдынғылыҡты бирмәй

Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!
Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!

Бәләбәй ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының 8-се Б Шайморатов класы ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә лә  тос уңыштар яулай. Уҡыуҙа ғына түгел, һәр яҡлап та өлгө булыуҙы маҡсат итеп ҡуя был класта уҡыусы егеттәр һәм ҡыҙҙар.

 2023 йылда был класс “Шайморатовсылар” рәтенә инә. Бөгөнгө көндә унда 26 уҡыусы белем ала. Класс етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Исламова.

Шайморатовсыларҙың төрлө өлкәләге уңыштарын барыһын да яҙып бөтөү мөмкин дә түгел. Улар һәр ваҡыт үҫешә, алға бара.

Рәсәй Геройы генерал-майор М.М.Шайморатов кубогына  “Йәйге Шайморатов уйындары”, “Ҡышҡы Шайморатов уйындары” төбәк этабында  2023, 2024, 2025 йылдарҙа белем биреү ойошмалары араһында еңеүсе исеменә лайыҡ булғандар. 2023 йылда республиканың белем биреү ойошмаларының 6 кластары араһында М. Шайморатов кубогына “Йәйге Шайморатов уйындары” ның республика этабында призер   булғандар.

Был ярыштарҙа шәхси призлы урындар яулаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, былтыр Заһир Вәлиәхмәтов оҙонлоҡҡа һикереүҙә 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Данис Ғабдрахманов турникта күтәрелеүҙә 1-се урынға лайыҡ булған. Александр Викторов скакалкала һикереүҙә 2-се урын яулаған.

Быйылғы йыл да уңышлы башланып киткән. “Ҡышҡы Шайморатовсылар уйындары”нда төбәк ярышының тәүге турында еңеүгә өлгәшкәндәр.

Бәләбәй башҡорт гимназияһы-интернатының Шайморатовсыларын төрлө илһөйәрлек сараларында күрергә мөмкин. Улар бындай  тантаналарҙың мәртәбәһен күтәрә. 2024, 2025 йылдарҙа Рәсәй Геройы М. Сарафимов исемендәге хәрби-патриотик паркы нигеҙендәге  профиль смена сиктәрендә әҙерлек үткәндәр.

Белемле, тәрбиәле, рухлы, алдынғы ҡарашлы Бәләбәй шайморатовсылары “Башҡортостан” гәзите үткәргән конкурста ла һынатмаҫ.

Фотолар: Бәләбәй башҡорт гимназияһы -интернатынан.

 

 

Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!
Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!
Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!
Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!
Конкурс майҙаны түрендә – Бәләбәй шайморатовсылары!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас