Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында Башҡортостан буйынса Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының республика бүлексәһендә 2025 йылға йомғаҡ яһалды, киләһе йылға маҡсаттар билдәләнде.
Башҡортостан буйынса Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе, тарих фәндәре докторы Рәмил Рәхимов әйтеүенсә, уларҙың ойошмаһында 230-ға яҡын кеше ағза булып тора, республикабыҙҙағы бүлексә 2013 йылдан бирле эшләй. Былтыр иһә республикабыҙ буйынса Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһы республика бүлексәһенең ете урында бүлеге булдырылған.
– Бөйөк Ватан һуғышына бәйле күп төрлө саралар ойошторҙоҡ, – тине Рәмил Нәсибулла улы. – Батырҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе. Ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында йәмәғәт-белем биреү майҙансығын астыҡ. Республика Хәрби Дан музейында махсус хәрби операция залы эшләй. Эҙәрмәндәр геройҙарҙы табыу менән әүҙем шөғөлләнә, был тәңгәлдә эштәр киләсәктә лә алып барыласаҡ. Рәсәй тарихын өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Бөгөн үҫмер ныҡ аҡыллы һәм белемле, һәр береһе илен ярата.
Башҡортостан буйынса Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының республика бүлексәһе башҡарма директоры Тимур Ильясов йәштәргә тарихыбыҙҙы тәрән өйрәтеү һәр йәһәттән дә отошло булыуына баҫым яһаны.
Әйткәндәй, быға тиклем Башҡортостан буйынса Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе вазифаһын Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев башҡарған.
Фото: Илдар Аҡъюлов.