Армияла класташым менән, ике йылға тулмағандыр, әммә бер йыл һуҙымында өҙлөкһөҙ хат алыштыҡ. Адресыбыҙҙы нисек һәм ҡайҙан табышҡанбыҙҙыр, аныҡ ҡына әйтә алмайым. Уның ҡарауы, дуҫым хеҙмәт иткән Байконур ҡалаһы (Ҡаҙағстан Республикаһы) менән мин булған Коряжма (Архангел өлкәһе) араһында ике һалдат бәйләнеше өҙөлмәне. Эҫе көндәре менән дан тотҡан Урта Азиялағы хәлдәр мине ҡыҙыҡһындырҙы, ә сатлама һыуығы менән ғәжәп иткән Поморье тураһында уның күберәк белгеһе килде. Икебеҙ ҙә 1989 йылдың ҡояшлы июнендә армияға алынып, ике йылдан һуң, йәмле шул миҙгелдә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайттыҡ.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ул редакциябыҙға килде. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмайынса хәҙер инде махсус хәрби операция ветераны Зәкир НИҒМӘТУЛЛИН менән ихлас һөйләштек, әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
– Зәкир Әбделхай улы, үткәндәрҙе хәтергә төшөрәйек. Армияға барыу элек нисегерәк ине?
– Өфөнөң 1-се интернат-мәктәбен (бөгөн – Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлағас, баш ҡалабыҙҙың автотранспорт техникумына уҡырға индем. Техника тиһәләр иҫем китә, машина-трактор минең өсөн – бөтәһе лә. Шул саҡта ҡулыма повестка тотторҙолар. Уҡыу йортонан туп- тура призывной пунктҡа барып булмай бит инде, шуға күрә лә тыуған яғыма ҡайтып, халыҡса әйткәндә, провод үткәрҙем.
– Гәзит уҡыусыһының һинең ҡайһы тарафтарҙа тыуып-үҫкәнеңде лә белгеһе киләлер...
– Сығышым менән Ишембай районының Арлар ауылынанмын. Йоланан өҫтөн булыу мөмкин түгел, ил һаҡсыһын ололап, атай-әсәйем мул итеп табын йыйҙы. Әрмегә оҙатырға бөтә ауыл уҡ йыйылмаһа ла, үҫмергә хәйерле юл теләргә кеше шул хәтлем күп килде.
Ҡаҙағстан... Байконур... Стратегик йүнәлештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. РВСН тиһәм, автомат тотҡандар шунда уҡ уны аңлар. Совет Армияһында хеҙмәт итеүем менән шул тиклем ныҡ ғорурланам, әллә күпме дуҫ-иштәр таптым, улар менән һаман да бәйләнештәмен. Ул осорҙа һалдат ҡайышын тағып, ауыл урамынан атлауы – үҙе ҙур мәртәбә һаналды. Ундайҙарға ҡыҙҙар ҙа бүтәнсә ҡараны, улар беҙҙә үҙҙәрендә ышыҡ тапты, яҡлаусыны эҙләне.
– Иҫләп һәм һанап ултырам, беҙ гимназия-интернатты 150 тирәһе (биш параллель класс, һәр береһендә 30-ар бала) уҡыусы тамамланыҡ, шуның 70-е егет ине. Хәҙергә махсус хәрби операцияла һин генә ҡатнашҡанһың. Унда барырға нимә этәрҙе?
– Уйынлы-ысынлы әйткәндә, әлеге лә баяғы армия сәбәпсе. Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Азат Байбулдин менән бергә хеҙмәт иттек. Шул хәтлем ҡыйыу һәм ныҡышмал ул. Бер ваҡыт осрашҡанда төрлө тема буйынса оҙаҡ һөйләштек, донъя хәлдәре, тормош-йәшәйеш тигәндәй. Һүҙ ҙә юҡ, махсус хәрби операция тураһында ла фекер алыштыҡ. Һуғышта яугирҙәребеҙҙең батыр аҙымдары ғорурланыу уята, 18-20 йәштәрҙә беҙҙең һымаҡ кирза итек кейгәндәр бихисап, шул уҡ ваҡытта араларында йәштәр күп кенә. Дошмандың яуыз ҡылыҡтарына йән көйә. Азат менән уйлаштыҡ та, "әҙерәк булһа ла илебеҙгә ярҙамыбыҙ тейһен" тип, МХО-ға юлланырға ҡарар иттек. Шулай итеп, Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөнөк. Ҡаҙағстандағы шикелле бында ла бер полкка эләктек. Беҙ 52-се дивизияның 77-се полкында хеҙмәт иттек. Ғәскәри часебеҙ Латвия, Эстония һәм Белоруссия илдәре менән сиктәш Псков ҡалаһында урынлашҡан. Ошонан беҙҙе Белгород өлкәһенә Рәсәй сиген һаҡларға оҙаттылар. Уның ниндәй ил менән яҡын булыуын телгә алыу артыҡ. Беҙҙең позиция урманда ине, уны лагерь тип тә атаныҡ. Беҙ ВКС-ға буйһондоҡ йәғни, хәрби-йыһан көстәре.
"Панцирь-С1" маркалы машинала водитель булдым. Рәсәй үҙ йөрөшлө зенит ракета-пушка комплексын ышанып миңә тапшырыуҙарына ҡыуанысым сикһеҙ ине. Ҡеүәтле "ҡорос ат" объекттарҙы һәм ғәскәрҙәрҙе төрлө хәүефтән, шул иҫәптән, самолет, вертолет, ҡанатлы ракета һөжүменән һәм пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән.
– Азаттан тыш Башҡортостандан һалдаттар тағы ла булдымы?
– Эйе, республикабыҙҙан күп ир-ат менән бергә хеҙмәт иттек.
– Һинең позывнойың – "Ғәзиз"...
– Ни өсөн "Ғәзиз"де алдың тип һорамаҡсыһың, һиҙеп торам. Ул яҡын кешем менән бәйле. Ҡартатайымдың исеме – Ғәзиз. Әйткәндәй, ҡартатайым Әбделхаҡ Ниғмәтуллин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, фашистарға ҡаршы һуғышҡан. Тыныс томошобоҙ өсөн яу яланында башын һалған, шунда ятып ҡалған.
– Зәкир Әбделхай улы, махсус хәрби операцияла һалдаттарға отпускыға ҡайтыу тәңгәлендә төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Ысынында нисек? Дөрөҫ яуапты махсус хәрби операция ветеранынан ишетке килә.
– Шуны беләм – һалдаттың ваҡыты еткән икән, командир яугирҙе ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтара. Әйтәйек, мин бер нисә тапҡыр отпускыла булдым, бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар осраманы. Таныштарым, иптәштәрем һәм туғандарым да ҡыҫҡа ваҡытлы ялға көнөндә үк оҙатыла.
– Тыныс тормошта ҡайҙа эшләнең?
– Контракт төҙөгәнгә хәтлем баш ҡалабыҙҙа таксопаркта механик инем. Эшемде яраттым, маҡтаныу түгел, "һинән уңдыҡ" тип етәкселек һәр саҡ маҡтап торҙо. Махсус хәрби операцияға барыуым тураһында юлға сығыр алдынан ғына әйттем.
– МХО ветерандарына Хөкүмәтебеҙ тарафынан ниндәй ярҙам күрһәтелә?
– Ысынлап та, беҙ, махсус хәрби операция ветерандары, Рәсәй Президенты, Башкомандующий Владимир Путиндың, шул иҫәптән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими иғтибары үҙәгендә. Үҙем ике йылдан ашыу яурындан мылтыҡты төшөрмәгәндә, ғаиләмде ярҙамдан өҙмәнеләр. Һаулығым буйынса демобилизацияланғас, бында, тыныс тормошта ла, һәр саҡ хәлемде белешеп торалар, төрлөсә булышлыҡ итәләр. Мәҫәлән, кәләшем менән "Асы" шифаханаһында бушлай ял иттек, Өфө медицина колледжында уҡыған ҡыҙыбыҙға Рәсәй Оборона Министрлығы өҫтәмә стипендия түләй. Бынан тыш бүтән төрлө ярҙамды ла ифрат ныҡ тоябыҙ, хәйер, барыһын да һанап тороу кәрәкмәйҙер ҙә. Үҙ эшен асырға теләүселәргә юлдар асыҡ икәнен дә беләм. "Торатау" конгресс-холында Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйыны юғары кимәлдә уҙҙы. Әйткәндәй, яуҙаштарым менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәм.
– Юғарыла ғаилә хәлегеҙҙе әҙ-мәҙ генә телгә алдыҡ, яҡындарығыҙ тураһында тулыраҡ һөйләгеҙ әле.
– Кәләш алыр ваҡыт еткәс тигәндәй, мин дә башлы-күҙле булдым. Хәләл ефетем Ләйлә Иглин район үҙәк дауаханаһында – табип. Улым Марсель башта Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап колледжында уҡыны, артабан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының информатика факультетын тамамланы. Бөгөн иһә Рәсәй Хөкүмәте янындағы Финанс университетының Өфө филиалында студенттарҙы информатиканан уҡыта. Ҡыҙыбыҙ Камилла әсәһе юлын һайланы, маҡсаты – кешеләрҙе дауалау. "Колледждан һуң университетта уҡыйым" тип әле үк үҙенә маҡсат ҡуйҙы. Шуныһы, "шул вузға бар", "теге һөнәрҙе һайла" тип икебеҙ ҙә балаларға үҙебеҙ теләгәнде таҡманыҡ, ә ғәзиздәребеҙ үҙҙәренең күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайланы.
– Һеҙ механик һөнәренә ҡайҙа уҡынығыҙ?
– Мәктәп йылдарынан хыялланған Башҡортостан дәүләт аграр университетының механика факультетын тамамланым. Бөгөн бурысым – алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға төрлөсә ярҙам итеү.
Форсаттан файҙаланып, атайым менән әсәйем, бер туғандарым хаҡында бер кәлимә һүҙ. Әбделхай Әбделхаҡ улы менән Ғәйниямал Ғәле ҡыҙына туғыҙ баланы аяҡҡа баҫтырыу бигүк еңелдән дә булмағандыр. Уйлап ҡараһаң, ғаиләлә ете ҡыҙ, ике малай. Хәҙер барыбыҙ ҙа юғары белемгә эйә, араларында ниндәй генә һөнәр эйәһе юҡ. Уҡытыусы, табип, механик, хатта фән юлын һайлаусы ла бар. Бергә йыйылһаҡ, шундай күмәк булып китәбеҙ.
– Бөгөн үҫмергә әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр...
– Айырыуса малайҙар бәләкәйҙән сынығып, көслө булып буй еткерһен ине. Кескәйҙән ғәзиз кешеләрен спорт секцияһына йөрөткән атай-әсәйҙәргә хөрмәтем бик ҙур. Армия тураһында оҙаҡ һәм күп итеп һөйләргә мөмкин. Әрме сыныҡтыра, көслө итә. Үҙен егеткә иҫәпләгәндәр биленә һалдат ҡайышын тағырға тейеш. Ил алдындағы бурысты үтәргә кәрәк. Үҙебеҙ иһә матур хәрби фуражкаһын уңайлы итеп әрменән ҡатйҡандарға көнләшеп ҡараныҡ бит, кирза итек кейеү ваҡытын көтөп алдыҡ.
– Бәхет төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?
– Өйөңдә ғаиләңдең көтөүе, балаларыңдың һәр йәһәттән дә уңыштары менән шатландырыуы. Һөйгәнең менән ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсеүҙе бүтән бер нимә лә алмаштыра алмай.
– Зәкир Әбделхай улы, ваҡыт табып килеп, һорауҙарға тулы яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.