Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
19 Февраль , 18:25

Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай

Улдарын юғалтҡандар ҙа бар, әммә улар ҡулдарын төшөрмәй һәм фронтҡа ярҙам итеүен дауам итә.

Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында бүләкләү тантанаһы үтте. Ул көндө республикала 15 кеше Ватанды һаҡлаусы атаһы йәмәғәт миҙалын алды.

Тантанала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев, республика Хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов, “Бәхет биләмәһе”, “Өфө хосписы”, “Воскресенск соборы” хәйриә фондтарының попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм “Һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан  буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова ҡатнашты.

Искәндәр Әхмәтвәлиев билдәләүенсә, тылда Башҡортостан халҡы бөтә көсө менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ягирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Улдарын юғалтҡандар ҙа бар, әммә улар ҡулдарын төшөрмәй һәм фронтҡа ярҙам итеүен дауам итә.

Проект авторы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһаринанан сарала ҡатнашыусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны:

– Үҙ-үҙенә ышанған һәр ир-егет артында уға беренсе булып ышанған атай тора. Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай, ә аталары иһә һәр ваҡыт улдарына үҙҙәренең бөйөк ҡаҙанышы тип ҡарай. Атайҙарҙың күҙ йәштәре һәм ҡурҡыуҙары күренмәй, уның мөхәббәте күҙгә ташланмай, әммә уларҙың хәстәрлеге һәм яҡлауы ғүмер буйы беҙҙең менән ҡала. Бөгөн беҙҙең менән ысын ир-егеттәрҙе – Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләгән атайҙар. Ысын илһөйәрҙәрҙе тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Шулай уҡ сарала Ҡаһарманлыҡ ордендары һәм генерал "Генерал Шайморатов" миҙалдары тапшырылды.

Сара 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb.

Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Улдар һәр ваҡыт атайҙарын үҙҙәренең төп батырҙары тип һанай
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас