Башҡортостан һалдаттары батыр, ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәй – командирҙар республикабыҙ егеттәре тураһында һәр саҡ шундай фекерҙә.
Әйткәндәй, Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылынан арыҫлан йөрәкле Айсыуаҡ Йәмәлетдинов та тыныс тормош яҡлы, илебеҙгә дошман баҫып инмәһен өсөн үҙен аямай, шуның өсөн дә ҡулына ҡорал алған.
Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова билдәләүенсә, сержант Айсыуаҡ Йәмәлетдинов Таулы Ҡарабахта хеҙмәт иткән, был тәңгәлдә яҡташыбыҙҙың тәжрибәһе ҙур. Ул махсус хәрби операцияла пилотһыҙ осоусы аппаратта һөжүм подразделениеһына етәкселек итә.
– Беҙ, һалдаттар, бер-беребеҙ өсөн тауҙай торабыҙ, үҙ-ара теләктәшлек көслө, – тип һөйләй бик күп дәүләт наградалары менән бүләкләнгән "Айс" позывнойлы Балаҡатай егете. – Һәр беребеҙҙә рух ныҡлығы көслө, батыр аҙымдар яһау яуҙаштарыма бер ни тормай. Еңеүгә лә күп ҡалмағанын тоябыҙ.
Фото: Лариса Мырҙакамалова.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...