Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
24 Февраль , 09:00

Ауыл батырҙары машина ла һөйрәне, бүрәнә лә күтәрҙе

Иҫке Монасип ир-егеттәре көс-таҫыллыҡта өлгө күрһәтте

Ауыл батырҙары машина ла һөйрәне, бүрәнә лә күтәрҙе
Ауыл батырҙары машина ла һөйрәне, бүрәнә лә күтәрҙе

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы биләмәһендә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, Ватан һаҡсыларҙы байрамы  уңайынан көс экстримы буйынса “Ауыл батырҙары” ярышы үтте. Сараға өс ауылдың иң көслө ир-егеттәре йыйылды. Әйткәндәй, бындай ярыш ауылда икенсе тапҡыр уҙғарыла.  

Иҫке Монасип ауылы мәҙәниәт йорто алдында байрам кәйефе иртә менән тойолдо. Күңелле көйҙәр, самауырлы сәй табыны, йәрминкә халыҡты үҙенә йәлеп итте.

Сара Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалыуҙан башланды. Һалдаттар бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алынды.

Иҫке Монасип ауылы биләмәһе башлығы Илгиз Муллағолов байрамға йыйылыусыларҙың барыһын да сәләмләп, ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Баш судъя Рифат Баймырҙин ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырғандан һуң бәйге башланып та китте.

Көс экстримында үҙеңде һынау еңелдән түгел ине. Көс тә, таҫыллыҡ та талап итте ул. Ҡеүәттәре ташып торған һигеҙ батыр ағас һөйрәүҙә, утын ярыуҙа, бейеклек аша түмәр ташлауҙа, автомобиль һөйрәүҙә, бүрәнә күтәреүҙә, сөй ҡағыуҙа үҙҙәренең көсөн, оҫталығын күрһәтте. Ярыш майҙанына иң беренсе булып былтырғы ярыш еңеүсеһе Раян Муллағолов сыҡты. Уны береһенән -береһе көслөрәк, сосораҡ егеттәр алмаштырҙы. Сәмле ярыш ҡыҙғандан -ҡыҙа барҙы.

Ниһайәт, ауылдың иң көслө батырҙары билдәле булды. Ошо ярыштың былтырғы еңеүсе Раян Мулллағолов быйыл да иң ғәйрәтлеһе, ҡеүәтлеһе  булып сыҡты. Икенсе урынды Салауат Буранов яуланы, өсөнсөлөккә Фән Ғәләүетдинов сыҡты.

Был ярыштан һуң тағы ла бер үҙенсәлекле бәйге – ваҡытҡа ҡылысты күтәреп тороу ҙа  күп ҡатнашыусыларҙы йәлеп итте, хатта  гүзәл заттар ҙа унда ҡатнашырға теләк белдерҙе.

 Ҡылыс  тотоусылар ярышында ир-егеттәр араһында Азамат Йомағолов, Рифат Баймырҙин, Илнур Ҡолдобаев алдынғылыҡҡа сыҡты.  Гүзәл заттар араһында иң-иңдәр: Гөлсөм Атауллина, Эльвира Муллағолова, Әнисә Муллағолова.

Ярышта еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.  Бағыусылар ярҙамы менән  тос бүләктәр  хәстәрләнде. Асҡыстар йыйылмаһы,   компрессор, юрған, электр ҡырынғыс һәм башҡа бүләктәр еңеүселәр күңеленә  хуш килде.   Ярышта ҡатнашыусы бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.

Сәмле лә, ҡыҙыҡлы ла ярыш ҡатнашыусыларға ла, уны ҡарарға килгән халыҡҡа ла оҡшаны.  Ауыл кешеләрен бергә туплаған ошондай ярышты ойошторған өсөн ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Муллағоловҡа һәм уның командаһына, ауыл старостаһы Рифат Салауат улына, самауырлы сәй табыны ойошторған ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына, клуб хеҙмәткәрҙәренә, бағыусыларға байтаҡ рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.  Илһөйәрлек рухы тәрбиәләгән, ирҙәрҙең абруйын күтәргән, халыҡты туплаған был байрам сараһы артабан да  дауамлы булһын.

 Фотолар: ауыл хакимиәтенән.

Ауыл батырҙары машина ла һөйрәне, бүрәнә лә күтәрҙе
Ауыл батырҙары машина ла һөйрәне, бүрәнә лә күтәрҙе
Ауыл батырҙары машина ла һөйрәне, бүрәнә лә күтәрҙе
Ауыл батырҙары машина ла һөйрәне, бүрәнә лә күтәрҙе
Ауыл батырҙары машина ла һөйрәне, бүрәнә лә күтәрҙе
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас