Бөгөн Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Башҡортостан Геройҙары” кадрҙар программаһы сиктәрендә уҡытыуҙың өсөнсө модуленең тәүге көнөн асыу сараһы үтте.
Был программа тураһында ишетмәгәндәр һирәктер. “Башҡортостан Геройҙары” программаһы “Геройҙар дәүере” федераль проектының дауамы булып тора. Ул илебеҙ Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән иғлан ителгәйне. Уның маҡсаты – махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәрҙең тыныс тормошта ла Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙәрен дауам иттереү.
Республикабыҙҙа “Башҡортостан Геройҙары” программаһы былтыр февраль айында старт алды. Был проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан яңы быуын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Уҡытыуҙың өсөнсө модуленең тәүге көнөндә “Патриот” паркында булып, уны асыу сараһын күрҙек, уҡыуға йәлеп ителгән яугирҙәр менән осраштыҡ.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ кафедраһы мөдире, “Башҡортостан Геройҙары” проекты модулдәре етәксеһе Илшат Рысаев уҡыу этаптары тураһында ентекле аңлатты. 70-кә яҡын ҡатнашыусы дүрт модуль дауамында уҡыу үтә. Былтыр июль айында тәүге модуль ойошторола, унда дәүләт һәм муниципаль идаралыҡҡа ҡағылышлы һорауҙар өйрәнелә, октябрь-ноябрь айҙарында икенсе модуль дауамында финанс һәм иҡтисад өлкәһе буйынса уҡытыла, 6 мартҡа тиклем өсөнсө модуль барасаҡ. Уҡыу май-июнь айҙарында дүртенсе модуль менән тамамлансаҡ. Унда төп иғтибар һанлы технологияларға арнала. Сығарылыш аттестация эштәрен яҡлағандан һуң яугирҙәргә дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ йүнәлеше буйынса һөнәри яҡтан ҡабат әҙерлек тураһында диплом тапшырыласаҡ.
–Өсөнсө модулдә төбәк һәм муниципаль идаралыҡҡа ҡағылышлы һорауҙар ҡарала. Көндөң тәүге яртыһында төрлө министрлыҡтарҙан спикерҙар сығыш яһай. Төштән һуң тренингтар, интерактив дәрестәр ойошторола. Өсөнсө модуль 11 көн дауам итә. Уҡыуға килеүселәр араһында республикабыҙҙан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә яугирҙәр бар. Республикабыҙҙа был программа бик уңышлы алып барыла, сөнки Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быға шәхсән ҙур иғтибар бирә, – тип һөйләне Илшат Шәүәли улы.
Уңышлы уҡып йөрөүсе яугирҙәрҙең бер нисәһе менән аралашыу мөмкинлеге лә булды. Сығышы менән Дәүләкән районынан булған запастағы майор Эрик Фәтиев махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән ҡатнаша һәм 2024 йылға тиклем хеҙмәт итә. Бөгөн ул махсус хәрби операция ветераны.
–“Башҡортостан Геройҙары” программаһына барырға тормош иптәшем кәңәш итте. Тыуған илде ҡулда автомат тотоп ҡына түгел, тыныс тормошта ла һаҡлау, мәнфәғәтен яҡлау мөһим. Стажировканы Дәүләкән районы хакимиәтендә үтәм. Был проект миңә Өфөлә “Тәүгеләр хәрәкәте”нә эшкә урынлашырға ла юл асты. Бында уҡыуҙың файҙаһы ҙур. Теория яғынан белем алабыҙ, спикерҙарҙың тәжрибәһен өйрәнеү ҙә файҙаға, – тип һөйләне әңгәмәсем.
“Башҡортостан Геройҙары” кадрҙар прграммаһы сиктәрендә уҡытыуҙың өсөнсө модулен асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Данияр Абдрахманов та ҡатнашты.
Үҙенең сығышында ул программала ҡатнашыусыларҙы күреүенә шат булыуын белдерҙе.
–Ҡулығыҙҙан барыһы ла килеренә ышанам. Һеҙгә сәләмәтлек, программаны яҡшы үҙләштереүегеҙҙе теләйем, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы етәксеһе Азат Бадрановтың махсус хәрби операция яугирҙәренә әйткән кәңәштәре лә урынлы яңғыраны.
Төбәк һәм муниципаль идаралыҡҡа ҡағылышлы йүнәлеште тәрән өйрәнеү йәһәтенән әлеге уҡыуҙарҙың айырыуса мөһим булыуын белдерҙе. Өсөнсө модулдең башланыуы тағы бер дата – махсус хәрби операция башланған көнгә тура килеүен дә иғтибарға алды. Был ваҡиға тап дүрт йыл элек 24 февралдә башланды. Яу юлын үткән, ил мәнфәғәтен һаҡлауға һәр ваҡыт әҙер булған яугирҙәр аяҡ өҫтө баҫып һәләк булған яуҙаштарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алды.
Автор фотолары.
Шишмә районы.