Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
25 Февраль , 19:25

Геройҙың бүләһе һауаны яулай

 -Бирешмә, мин һине ҡаплайым, – ти ул һәм яралы иптәшен дронға ҡаршы плащ менән ҡаплай, утты үҙенә йәлеп итә. Дрондар һәм миналар уға һөжүм итә, ләкин ҡуйы ҡыуаҡтар, ваҡытында ярҙамға килгән “Анцола” позывнойлы яугир уларҙың ғүмерен ҡотҡара.

Геройҙың бүләһе һауаны яулай
Геройҙың бүләһе һауаны яулай

Шишмә районынан “Нигма” позывнойлы яугирҙең тарихы бик бай. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының бүләһе. Олатаһы 1945 йылда ябай һалдат полкы составында Берлиндың үҙенә тиклем барып еткән.

Бөгөн “Нигма” батырлыҡтың нәҫелдән күсеүсе сифат булыуын үҙ өлгөһөндә дәлилләй. Фронтҡа юлланғансы яҡташыбыҙ тыныс, матур тормош тураһында хыяллана. Ул ландшафт дизайнеры булып эшләй. Ябай ихаталарҙа күркәм оазистар булдыра. Ашнаҡсы һөнәрен дә үҙләштерә. Ләкин йөрәге тыныслыҡ тапмай. Ялға ҡайтҡан иптәштәренә ҡарап, ағаһы, кейәүе сафта булыуын күреп ситтә ҡала алмай. 2025 йылдың 25 февралендә контракт төҙөй. Тәүге ҡаты һынау уны май айында Донецк Халыҡ Республикаһының Богдановка эргәһендә көтә. Урман һыҙаты төндә утлы ҡапҡанға әүерелә.

“Осетин” позывнойлы иптәше шул ваҡыт ярсыҡ менән яралана, “Нигма” тиҙ арала ҡарар ҡабул итә.

-Бирешмә, мин һине ҡаплайым, – ти ул һәм яралы иптәшен дронға ҡаршы плащ менән ҡаплай, утты үҙенә йәлеп итә. Дрондар һәм миналар уға һөжүм итә, ләкин ҡуйы ҡыуаҡтар, ваҡытында ярҙамға килгән “Анцола” позывнойлы яугир уларҙың ғүмерен ҡотҡара. Яралылар, бергәләп үҙҙәренекеләр янына барып еткәнсе атлап та, шыуышып та бара. Алты километр юл үткәс, уларҙы эвакуация төркөмө ҡаршылай.

Хатта ҡаты яра алғас та, “Нигма” тылда тороп ҡала алмай. Алғы һыҙыҡҡа ҡабаттан ҡайтып, һалҡын иҫәп һәм техник белем талап иткән һөнәр -  БПЛА операторы булырға ҡарар итә. Бөгөн ул батальондың күҙе, ул яу яланын ҡош осҡан бейеклектән күрә. “Нигма” билдәләүенсә, заманса хеҙмәт бик ныҡ үҙгәрҙе һәм дрон операторҙары һөнәре – перспективалы һәм ихтыяж менән ҡуланылған һөнәрҙәр рәтендә. Был өлкәлә хеҙмәт итеүсе яугирҙең өҫтөнлөктәре: оператор эше фронт утынан йыраҡ, шул уҡ ваҡытта подразделение өсөн ҙур файҙа килтерә. Яугир  ризалығынан тыш башҡа ғәскәргә күсерелә алмай. Һәр уңышлы һөжүме, юҡ ителгән техника өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған – улар 50 меңдән 500 мең һумға тиклем етә. Студенттар өсөн контракт буйынса хеҙмәт итеү академия отпускын алырға, һуңынан бюджет урынына тергеҙелергә мөмкинлек бирә.

Сығанаҡ: “Родник плюс” гәзитенән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

  

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас