“Ватанды һаҡлаусылар” фонды дүртенсе Бөтә Рәсәй “Батырҙар иҫтәлегенә тоғро” (“Памяти героев верны”) патриотик конкурстың башланыуы тураһында белдерҙе. Конкурс махсус хәрби операция ваҡиғалары һәм геройҙар хаҡында иҫтәлекте һаҡлау маҡсатын ҡуя. Унда 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан да инде.
2025 йылда Бөтә Рәсәй “Геройҙар иҫтәлегенә тоғро” ижади эштәр конкурсы еңеүселәре: “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм/йәки уларҙың ғаиләләренә, ваҡиғаларына арналған һүрәт ”номинацияһында 3-сө урынды Өфөнән Татьяна Мөхәрәмова һәм Бөтә Рәсәй “Еңеү ирекмәндәре“ йәмәғәт хәрәкәтенең махсус номинацияһында 2-се урынды Нефтекаманан Полина Мамыкина алған.
Быйыл “Геройҙар иҫтәлегенә тоғро” 10 номинация буйынса үткәрелә: яугирҙәрҙең фиҙакәрлеге һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге тураһында эсселар һәм хикәйәләр; махсус операция геройҙарына арналған автор шиғырҙары, йырҙар, фотоһүрәттәр һәм һүрәттәр; конкурс партнерҙарынан номинациялар.
Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ғәмәлдәге хәрбиҙәр һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары. Ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк https://fzo.gov.ru/meropriyatiya/start-konkursa-tvorcheskih-rabot-pamyati-geroev-verny.html
Статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе Анна Цивилева билдәләүенсә, конкурс махсус хәрби операция ваҡиғаларына һәм унда ҡатнашыусыларға, уларҙың батырлығына, сыҙамлығына, ҡаһарманлығына һәм Ватанға тоғролоғона арнала.
“Геройҙар иҫтәлегенә тоғро” конкурсы партнерҙары - Бөтә Рәсәй “Тарихты һаҡлаусылар” проекты (“Беренселәрҙең хәрәкәте” дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте һәм “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәте), Рәсәй Оборона министрлығының “Рәсәй Армияһы” Реклама-мәғлүмәт агентлығы” федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, Рәсәй Оборона министрлығының “М.Б. Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы” федераль автономиялы мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһы.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
Фото: пресс-служба ФЗО.