Ҡырмыҫҡалы районы уҡыусылары махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеүҙән ситтә ҡалмай – посылкалар әҙерләй, шулай уҡ уларға рәхмәт, ғорурлыҡ, һоҡланыу хистәре менән һуғарылған йылы хаттар яҙып ебәрә.
Күптән түгел район үҙәгенең М.М.Шайморатов исемендәге ирекмәнлек клубы сираттағы гуманитар йөк ебәргәндә С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 2-се класс уҡыусылары ла яу яланына сәләм хаттары юллай. Һөҙөмтәлә Машаның хаты ошо уҡ мәктәпте тамамлаған “Ислам” позывнойлы хәрбигә барып эләгә. Тыуған яғынан йылы сәләм хаты алған яугир өсөн был ҙур ҡыуаныс бүләк итә һәм бер нисә көндән ул М.М.Шайморатов исемендәге ирекмәнлек клубы етәксеһе Резеда Әхтәмоваға шылтыратып, маркетплейстан посылка алыуын һәм был бүләкте Машаға тапшырыуын үтенә.
Шулай итеп, ҡыҙ “Кот-Батон” исемле йомшаҡ уйынсыҡ алып ҡыуана. Эйе, кескәйҙәрҙең йылы хаттары мөғжизәгә тиң – улар меңәр саҡрым юл үтеп, яугирҙәрҙең йөрәгенә тыуған яҡтарының, яҡташтарының күңел йылыһын алып бара, рухтарын нығыта, ышаныс өҫтәй...