Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
4 Март , 12:30

Үҫәргән егете бит ул

Үҙ-ара теләктәшлек көслө, бер-береһенә ярҙамсылдар

Үҫәргән егете бит ул
Үҫәргән егете бит ул

Рәил Рәхимов – махсус хәрби операция башланғандан алып яҡты киләсәгебеҙ өсөн дошманға ҡаршы һуғыша. Ул өлөшләтә мобилизацияға эләккән.

Элемтәсе Рәил Рәхимов белдереүенсә, уның төп бурысы – өҙөлгән сымдарҙы ялғау, бүтән яуҙаштары менән бәйләнеш булдырыу. Ул хеҙмәт иткән частә яҡташтары бик күп, улар күптән инде бер туғанға әйләнгән. Үҙ-ара теләктәшлек көслө, бер-береһенә ярҙамсылдар.

– Сергей Чекмарев исемендәге паркта ойошторолған осрашыуға ысын герой Рәил Рәхимовтың килеүе, бөтә яҡлап та отошло, – тип һөйләй Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Беренсенән,  Ватан һаҡсыһы йәштәргә өлгө ролен үтәй. Икенсенән, халыҡ, айырым алғанда, ейәнсуралар батыр яҡташтарын белеп үҫергә тейеш. Ул иге-сиге күренмәгән араға сым һуҙа, подразделениеларҙы бәйләнештән өҙмәй.

Рәил Рәхимов бынамын тигән ғаилә башлығы, кәләше Любовь, балалары Лиана, Рәсимә һәм Руслан өсөн терәк-таяныс.

Фото: Йәдкәр Ханнанов.

Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас