Махсус хәрби операцияға улдарын оҙатҡан әсәйҙәрҙең йөрәге бер генә минутҡа ла тыныслыҡ тапмай. Иртәнсәк тә, кис тә улар балаларының иҫән-имен ҡайтыуын теләй.
Ишембай районының Ишәй ауылынан “Юрмат” позывнойлы яҡташыбыҙ күптән түгел ялда булып киткән. Беҙгә уның 83 йәшлек әсәһе Раҡия Килдеғолова менән осрашыу форсаты тейҙе. Һүҙ башлыса уның яугир улы тураһында барҙы.
– Тормош иптәшем менән биш бала үҫтерҙек: дүрт ул һәм бер ҡыҙ. Барыһы ла игелекле, тырыш. Ирем мәрхүм булып ҡалды, – тип башланы һүҙен.
Әле яуҙа йөрөгән улы ла бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр, ярҙамсыл булып үҫә. Бер эштән дә ҡурҡмай, ең һыҙғанып тотона. Тәүҙә ауыл мәктәбен тамамлай, һуңынан Стәрлетамаҡ физкультура техникумында һөнәр ала. Һалдат бурысын Алыҫ Көнсығышта сик буйы һаҡсыһы булып үтәй. Ҡайтҡас, юғары белем алыу маҡсатында ситтән тороп Урал дәүләт физкультура университетын тамамлай. Йәштән ҡыҙыҡһыныусан була, төрлө яҡлап үҫешергә ынтыла. Шуға ла уның янында һәр ваҡыт йәштәр, мәктәп уҡыусылары. Балалар бәләкәйҙән тыуған ауылын яратып үҫһен, тау-күл атамаларының исемен, тарихын белһен, тип тырыша. Тормошоноң күп өлөшө – 22 йылы хәрби хеҙмәт менән бәйле уның. Төньяҡ Кавказда, Тажикстанда ла була.
2022 йылдың июленән контракт буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Бөгөн иһә Көньяҡ хәрби округында пехотала сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Ике тапҡыр “Хәрби отличие өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Тыуған иле генә түгел, ауылы, әсәһе алдында ла яуаплылығы көслө “Юрмат” позывнойлы яугирҙең. Яҡындары тураһында хәстәрлек күреү – уның ҡанында, шуға күрә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡанда ла һис ҡасан эшһеҙ тормай. Мунсаны яңыртҡан, өйҙөң ҡыйығын ремонтлаған, эстә лә уңайлы шарттар булдырған. Әсәһенең олоғайған көнөндә матур шарттарҙа йәшәүен хәстәрләй белә яугир. Ялға ла сәскә гөлләмәләре, күстәнәстәр, бүләктәр менән ҡайтып, яҡындарының күңелен күрә.
– Минән ҡалай киткән, шулай һау-сәләмәт ҡайтып керһен, тип теләйем. Яуҙағы барлыҡ һалдаттарға ла тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға насип булһын. Атайым да 1941 йылдың көҙөндә Бөйөк Ватан һуғышына китә, пехотала хеҙмәт итә. Мин – ул яуға киткәс тыуған бала. Әсәйем биш бала менән яңғыҙы ҡала. Атайым Белоруссияны азат итеүҙә лә ҡатнаша. Үкенескә ҡаршы, 1943 йылдың декабрендә һәләк була. Гомель өлкәһенең Подберезовка ауылында ерләнгән. Миңә атай тип әйтергә насип булманы. Шуға ла барлыҡ һалдаттарҙың да ғаиләләренә иҫән-һау ҡайтып, шатланып йәшәүҙәрен теләйем, – ти яугир әсәһе.
Раҡия Мансур ҡыҙының үҙе тураһында ла әллә күпме яҙырға булыр ине. 40 йылға яҡын колхозда хеҙмәт итә ул.
– Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә колхозда эшләгәс, өйләнешкәндә клубта ҡыҙыл туй үткәрҙеләр. Йәш ғаиләгә бүләккә колхоз бура бүләк итте. Шунан өй һалып, ауылда төпләнеп, ғүмер иттек. Исемебеҙ Почет таҡтаһынан төшмәне. Сөгөлдөр ҙә утаным, һауынсы ла булдым. Элек бала тыуғас, оҙаҡ итеп декрет ялында ултырыу юҡ ине. 40 көнлөк булһа, эшкә сығыу яғын ҡараныҡ. Тәүге өс сабыйымды ҡәйнәм ҡарашты. Һуңынан ул мәрхүмә булды, – тип хеҙмәт йылдарын да иҫенә төшөрөп алды әңгәмәсем.
Әйткәндәй, биш бала үҫтергән Раҡия апай “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнә.
Бына ошондай тырыш ғаиләлә бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе күреп, илһөйәр булып үҫә “Юрмат” позывнойлы улдары.
Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, өй һалып, йылҡы малын үрсетеп, тырышып донъя көтәм, тигән хыялы тормошҡа ашһын ине.
Фото: авторҙыҡы һәм шәхси альбомдан.