Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
9 Март , 18:45

"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”

МХО башланғас, Резеда ирекмән булып, гуманитар ылау менән яугирҙәр янына йөрөй башлай. Башта уны йәшең үткән тип госпиталгә эшкә алмайҙар, Ростовтағы дауаханаға ирекмән булараҡ урынлаша. “Санкт-Петербург аша килһәң, табиптарҙы тотҡарлыҡһыҙ ҡабул итәләр”, – тигәнде ишетеп, улар менән бәйләнешкә инә. Башта резервҡа ҡуялар. Бригада ойошҡас, операциялар эшләүсе төркөмдә Луганск янындағы госпиталдә хеҙмәт итә башлай. “Унда ныҡлы характерлы булыу кәрәк, үҙ һүҙеңде әйтеү һәм үҙеңде яҡлай  белеү ҙә мөһим”, – ти ул. Бәләкәй саҡта һәр ваҡыт дөрөҫлөктө яҡлаған, ялағайлана белмәгән, тура һүҙле ҡатын: “Мин бында яугирҙәргә ярҙам итергә, намыҫым ҡушыуы буйынса килдем!”   – тип ауыҙҙарын яба ҡайһы берәүҙәрҙең. 

"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”

Махсус хәрби операция биләмәһендә табип булып хеҙмәт иткән Резеда Аҙнағол ҡыҙы Әлибаева: "Иң мөһиме – яугирҙәрҙе ҡотҡарғас та, уның яраһын дөрөҫ итеп теркәү, уларҙы, шәберәк һауыҡһын өсөн, туғандары янына ҡайтарыу. Яҡындарының хәстәре тиҙерәк нығынып китеүгә лә булышлыҡ итә", – ти. Салауат районы Тирмән ауылында йәшәгән ҡатын – өс бала әсәһе лә. "Билдәле шағир Сафуан Әлибайҙың киленемен", – тип бик ихтирамлы телгә ала ул ҡайнағаһын. Резеда ялға ҡайтҡан ваҡытта уның менән осрашып, яҡындан танышырға яҙҙы.

Бәхетле бала саҡ

Резеда Аҙнабай ҡыҙы Ҡурған өлкәһенең Әлмән районындағы Подъяс (Буҙаяҙ) ауылында тыуған.

– Мин үҫкәндә милләт айырыу булманы. Башҡорт-татар китапханаһына йөрөнөк. Башҡорт телен фән булараҡ өйрәнмәһәк тә, ғаиләбеҙҙә үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, – ти ул. Атаһы менән әсәһе балаларында туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй алған. Күп балалы ғаиләлә алтынсы бала – бишенсе ҡыҙ булып донъяға килә ул. “Ялан аяҡлы, бәхетле бала сағым әле лә көс бирә”, – ти Резеда.

Атаһы менән әсәһе эштә  лә алдынғылыҡты бирмәй. Ҡыҙҙары ҙур телевизор, мотоцикл, машина һатып алыуҙарын, һәр ваҡыт өйҙәре тулы кеше булыуын хәтерләй. Шуға ла ул халыҡ араһында, аралашып үҫә. Ҙур ауылда татыу, дуҫ йәшәйҙәр, күпләп мал үрсетәләр. Бөтә ауыл менән миндек әҙерләүгә, совхоздың йөк машинаһына тейәлеп сөгөлдөр утарға йөрөүҙәрен, аҙаҡ бала-сағаны Татлы, Тоҙло тип аталған күлдәргә ял итергә алып барыуҙарын, йәйге лагерҙағы ялын һағынып һөйләй ул. “Эшләп арығандан һуң ашханаға инеү ниндәй бәхет ине, ундағы аҙыҡтың татын һөйләп аңлатырлыҡ түгел”, – ти Резеда.

Мәктәптә уҡыған ваҡытта ҡыҙ спорт буйынса еңеүҙәр яулай. 8-се кластан һуң медицина училищеһына уҡырға инә. Аҙаҡ медицина институтын тамамлай.

Салауат районы килене

Студент ваҡытында әле Силәбеләге апаһы Башҡорт ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөгән егеткә кейәүгә сыға. Ул Салауат районы Тирмән ауылынан була. Апаһының тәүге сабыйы мәрхүм була. Резеда уға ярҙамлашырға, ҡайғыһында терәк булырға Тирмәнгә килә һәм шунда Азамат Әлибаев менән таныша. Билдәле шағир Сафуан Әлибаевтың ҡустыһы булып сыға егет. “Килен, Өфөлә төпләнегеҙ”, – тип әйтер була ҡайнағаһы.

Резеда интернатура тамамлай. 2000 йылда ҡыҙҙары Аида тыуа. Декретта саҡта ауылда йәшәп торорға булалар. Бер-бер артлы Әмир, Марат улдары донъяға килә.

Ҡатын декретта саҡта уҡ Малаяҙ дауаханаһының баш табибы эҙләп килеп, уны эшкә саҡыра. Силәбеләге дауахананан китеп, Салауат районында төпләнергә бер сәбәп була был.

Тынғыһыҙ табип

Ковид осоро башланғас, ул тәүгеләрҙән булып Мәскәүгә юллана. Аҡса өсөн түгел, йөрәге ҡушыуы буйынса.

“Ауыл табибы” программаһы ғәмәлгә инеү менән Салауат районы дауаханаһынан Үрге Ҡыйғы ауылы дауаханаһына эшкә күсә. Өс бала әсәһенә был матди яҡтан нығыныу мөмкинлеге лә булып сыға.

МХО башланғас, Резеда ирекмән булып, гуманитар ылау менән яугирҙәр янына йөрөй башлай. Башта уны йәшең үткән тип госпиталгә эшкә алмайҙар, Ростовтағы дауаханаға ирекмән булараҡ урынлаша. “Санкт-Петербург аша килһәң, табиптарҙы тотҡарлыҡһыҙ ҡабул итәләр”, – тигәнде ишетеп, улар менән бәйләнешкә инә. Башта резервҡа ҡуялар. Бригада ойошҡас, операциялар эшләүсе төркөмдә Луганск янындағы госпиталдә хеҙмәт итә башлай. “Унда ныҡлы характерлы булыу кәрәк, үҙ һүҙеңде әйтеү һәм үҙеңде яҡлай  белеү ҙә мөһим”, – ти ул. Бәләкәй саҡта һәр ваҡыт дөрөҫлөктө яҡлаған, ялағайлана белмәгән, тура һүҙле ҡатын: “Мин бында яугирҙәргә ярҙам итергә, намыҫым ҡушыуы буйынса килдем!”   – тип ауыҙҙарын яба ҡайһы берәүҙәрҙең.

 Алғы һыҙыҡта

– Атайым менән әсәйем беҙҙе илһөйәрҙәр итеп үҫтерҙе. Шуғалыр ҙа МХО башланғас та йөрәгем түҙмәй үрһәләндем. Улдарым, әйҙә яугирҙәргә аҡса ебәрәйек, ти. Улар алдында нисек һүҙ башларға белмәй йөрөгән миңә шул етә ҡалды. “Әйҙәгеҙ унда үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”, – тигәс, балалар риза булды. Окоптарҙа эшләргә тура килер, тип уйлап юлланғайным. Баҫыуҙағы ап-аҡ корпустарҙы күреп иҫем китте, уларҙы йыһазландырыу  өлкә дауаханаларынан ҡайтыш түгел, эсендә барыһы ла ап-аҡ, таҙа – шундай ергә барып эләктем.

Тәүге ярҙам күрһәткәс, ауыр йәрәхәт алғандарҙың барыһын да Мәскәү, Питер госпиталдәренә оҙаталар. Ә беҙ еңел яралаларҙы дауалап, тиҙ генә сафҡа индерергә бурыслыбыҙ. Хирургтарҙың эше мөһим булған кеүек, һәр пациенттың документын дөрөҫ тултырыу ҙа шул ҡәҙәрем хәл иткес роль уйнай. Ул тейешле түләүҙәрен ала алһын өсөн дә был бик мөһим. Әмәлиәт бүлмәһендә лә эшләйем, яралыларҙың яраһын да бәйләйем. Яугирҙәрҙең хәрби рухын күтәреү ҙә кәрәк, – тип эше хаҡында яратып һөйләй ул. 

Ауырыуҙар ятҡан палатаға: “Һаумыһығыҙ, ҡаһармандар!” тип килеп ингән алсаҡ Резедаға улар ҙа асыла, хәлдәрен тартынмай һөйләй.

Әсәле-ҡыҙлы яугирҙәр

Контракт төҙөп МХО биләмәһенә эшкә килгән ҡыҙы менән ул Луганскиҙа осраша. “Шунан минең эргәмә лә бер тапҡыр үҙе килеп китте Аида. Ул икенсе урынға эләкте. “Әйҙә минең янға”, – тип әйтеп ҡараным, “Бында өйрәндем инде, командирҙарым да һәйбәт”, тип яуап биргәс, үҙенең ҡарамағына ҡалдырҙым", ти Резеда.

25 йәшлек кенә ҡыҙыҡайҙың шулай яу ҡырына юлланыуы үҙе бер батырлыҡ. Резеда уға һәр ваҡыт: “Яҡшы йәшәр өсөн әсәйгә күп эшләр кәрәк, ә һиңә туғандарыңды ҡарарға, ҡыҙым”, – ти. Ысынлап та, ҡыҙ бәләкәй генә сағынан ҡустыларын тәрбиәләшә.  

Өлкән улдары быйыл урта мәктәпте тамамларға тейеш. Ә кесеһе музыка мәктәбендә белем ала.

– Унда һәр ваҡыт улдарым хаҡында уйлайым. Ауырып ҡуймаһындар, яҡшы уҡыһындар. Ҡыҙым өсөн борсолам. Контракт ваҡыты тамамланыу менән ҡайтыуын үтенермен, тигән теләгемдә нығынам. Гуманитар ылау килеп тора, рәхмәт инде. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, һеҙҙең яҡҡа килдек, тип хәбәр иткәс, уға һыу кәрәклеге тураһында үтенесемде еткерҙем. Алып килделәр Малаяҙ һыуын. Барыһына ла оҡшаны, – тип рәхмәттәрен яуҙыра Резеда. 

Ил һаҡсыларын дауалаусы

Яугирҙәр менән булған төрлө тарихтар һаҡлана Резеданың хәтерендә. Батырлыҡ, ябайлыҡ, алсаҡлыҡ – йәнәш кенә йөрөүен уйлап хайран ҡалаһың.

Бер ваҡыт госпиталгә үтә ябыҡ яугирҙе килтерәләр. Ағас ботағына эленеп тороп иҫән ҡалдым бит мин, ти ул. Шартлау тулҡыны егетте ағас ботағына бәрә, ул кейеме менән эленеп ҡала. Иҫен юғалта. Дрон тауышына аңына килгәс,  беҙҙекеме, түгелме икәнен аңламайса тороп, ҡыбырламаҫҡа ҡарар итә. Үлгән тип уйлап, дрон унан алыҫлашҡас, ҡул бармаҡтарын, аяҡтарын ҡыбырлатып ҡарай. Әйләнәм тигәнсе, ағастың ботағы һынып, ергә килеп төшә. Тирә-яғына күҙ һалғас, яуҙаштарының тотош һәләк булғанын аңлай.

Күп тә үтмәй, теге дрон кире осоп килә. Быны юғалтып, эҙләй башлай. Тын да алмай иптәштәренең кәүҙәләре янында йәшеренеп ята торғас, ҡараңғы төшә. Дрондың батареяһы ултыра башлағас ҡына, моғайын, ул осоп китергә мәжбүр була. Ә егет яраһынан ҡан һарҡып тороуға ҡарамай, беҙҙекеләр яғына йүгерә.

Операция яһайҙар. Һауығып коридорға сыҡҡас, ул хеҙмәттәше менән ҡосаҡлашып күрешә. Баҡтиһәң, часта уны ла һәләк булғандар рәтенә индергәндәр икән.

"Иң теләгәнем – тиҙерәк һуғыш бөтһөн, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын", – ти Резеда Аҙнабай ҡыҙы. Замандашыбыҙҙың ғүмер сәхифәһе – үҙе бер батырлыҡ өлгөһө. Илһөйәрлектең асыҡ сағылышы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән айбарлығы менән айырылып торған. Резеда ла шул сылбырҙы намыҫ менән дауам итә.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
"Үҙем барайым, мин унда кәрәгерәк”
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас