Махсус хәрби операцияла пилотһыҙ осоу аппараттарын (артабан – БПЛА) ҡулланыуҙың мөһимлеге арта. РФ Оборона министрлығы БПЛА ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте, ул ошо йылдың ғинуарынан башланды. Башҡортостанда яңы хәрби подразделениены формалаштырыу тураһында “Электрогазета” хәбәрсеһе менән әңгәмәлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлау пункты офицеры Алмаз Абдрахманов аныҡлабыраҡ һөйләгән.
– Пилотһыҙ система ғәскәрҙәренә һайлап алғанда нимәләргә айырыуса иғтибар ителә?
– Иң беренсе, йәшкә ҡарайбыҙ. 18 йәштән 35-кә тиклемгеләрҙе – дрондар операторына, 35–45 йәшлектәрҙе – техник тәьминәт хеҙмәтенә, мәҫәлән, инженер, водитель, сапер, ашнаҡсылыҡҡа алабыҙ.
Дәғүәсенең белеме лә мөһим. Урта һөнәри белем булыуы һәйбәт. Ҡайһы бер колледж, вуздарҙа БПЛА-ға бәйле һөнәрҙәргә уҡытыла. Информатика, программалау, электроника, IT-телефонияны яҡшы белгән йәштәр өҫтөнлөккә эйә.
Һайлап алыу пунктына йыш ҡына ошо йүнәлештәр буйынса уҡыған йәки махсус подразделениеларҙа, авиация ғәскәре частарында хеҙмәт иткән, шулай уҡ IT өлкәһендә эшләгән кешеләр мөрәжәғәт итә.
– Гуманитарийҙар был ғәскәрҙәргә эләгә аламы?
– Әгәр улар йәше, һаулығы торошо менән тап килә икән (контракт буйынса бөтә хәрбиҙәр өсөн дә талаптар бер үк), әлбиттә, уларҙы шунда йүнәлтергә мөмкин. Һайлап алыуҙан һуң улар пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә әҙерлек буйынса мотлаҡ булған ике айға тиклем дауам иткән курста уҡый. Шунан һуң ғына ғәмәлдәге ғәскәри частарға ебәрәләр. Ғәҙәттә, һайлап алынған кандидаттарҙы ниндәй йүнәлеште яҡшы белә, шуның буйынса уҡыталар. Уларҙың кемеһелер, бәлки, яҡшы водителдер, ә кемдер – программалаусылыр, йә электрик һәм электр схемалары менән эшләйҙер.
Яңы төр ғәскәрҙәр төрлө бурыстарҙы хәл итә: техник белгестәр дрондарҙы йыя, инженерҙар уларҙы осоуға әҙерләй, водителдәр кәрәкле урынға алып барыу менән шөғөлләнә.
– Кем инструктор йәки остаз булып сығыш яһай?
– РФ Оборона министрлығының уҡыу үҙәктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, БПЛА буйынса хәрби тәжрибәһе булған инструкторҙар һабаҡ бирә. Улар ниндәй белгестәр кәрәклеген аңлай һәм яңы килеүселәрҙе ошо йүнәлештә уҡыта.
– Уҡытыу Рәсәй БПЛА-ларында алып барыламы йәки дошмандың техникаһы ла өйрәнеләме?
– Үҙ илебеҙҙең пилотһыҙ осоу аппараттары менән бер рәттән, сит ил техникаһы, шул иҫәптән уларҙың көсһөҙ яҡтары өйрәнелә. Дошмандың техникаһын белеү һәм юҡ итә алыу мөһим.
Һайлап алыу пункты офицеры әйтеүенсә, яңы төр ғәскәрҙәргә эләгергә теләүселәр күп, кандидаттар төрлө райондарҙан һәм ҡалаларҙан килә. Улар медицина тикшереүен, һайлап алыуҙы тиҙерәк үтергә һәм мөмкин тиклем йәһәтерәк уҡый башларға тырыша.
Сығанаҡ, фото: https://i-gazeta.com/news/novosti/2026-02-25/...