Сабыр ғына, күҙ ҡараштары моңһоу был апайҙы Бүздәк ауылында маскировка селтәре үреүселәр араһында тап иттек. Зилә Диникәева күптән түгел, 23 февралдә генә махсус хәрби операциялағы улын ерләгән. Ҡайғынан йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй ауыр мәле. Шулай ҙа ни тиклем генә ҡыйын булыуына ҡарамаҫтан, яуҙа йөрөгән башҡа һалдаттарға ярҙам итергә көс тапҡан был апай күңелдә ҙур һоҡланыу хисе уятты.
Улы тураһындағы йылы иҫтәлектәр әсә күңеленән ағылды ла ағылды.
Улы Рим Диникәев 2024 йылдың 18 июлендә үҙ теләге буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Ул ваҡытта уға 37 йәш була. Игеҙәк улдарының береһе була Рим.
– Алдан бер нәмә лә һөйләмәне. Иртәнсәк хәрби комиссариатҡа киткәндә генә үҙенең ниәтен, ҡарарының ныҡлы булыуын әйтте. Мин аңламай ҙа ҡалдым хатта. Ике тапҡыр яраланды. Ҡулы йәрәхәтләнгәндә госпиталдә лә ятты, өйгә лә ҡайтып, беҙҙе күреп китте. 2025 йылдың башында һуңғы һөйләшкәндә “Заданиеға керәбеҙ, юғалтма” тине. Былтыр февраль айынан оҙаҡ таба алманылар. Быйыл саҡ алып ҡайтып ерләнек, – тине Зилә апай.
Үкенескә, егеткә иҫән-имен тыуған Бүздәгенә ҡайтырға насип булмай. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
– Рим бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәне. Һәр ваҡыт ыңғай кәйефтә булды. “Беҙҙең өсөн доғалар уҡығыҙ! Мотлаҡ ҡайтасаҡмын!" тигән ныҡлы ниәт менән юлланды ул махсус хәрби операцияға,– тип һүҙгә ҡушылды һалдаттың яҡындары.
Әйткәндәй, Римдә илһөйәрлек хисе бала саҡтан һалына. Атаһы яғынан ҡартатаһы Ғәзизйән Диникәев Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, утлы яуҙан иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Әсәһе яғынан өләсәһе Саимә Мәүлетова Ленинград блокадаһында була, һуғыш осоронда ул тарафта торф сығара. Олатаһының, өләсәһенең һуғышта күргән ауырлыҡтары тураһында белеп, ватансылыҡ рухында тәрбиәләнеп үҫә егет. Атаһы ла заманында ил алдындағы һалдат бурысын лайыҡлы үтәй. Ул диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, улдарына бар яҡлап өлгө була.
– Улым бала саҡтан шаян, изгелекле булып үҫте. Кешегә шул тиклем ярҙамсыл ине, – тип күңеле тулып һүҙен дауам итә ғәзиз улы тураһында әсәй кеше.
Ҡаһарман ул үҫтергән яугир әсәйгә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Йөрәге бала юғалтыу ҡайғыһынан һыҡрағанда ла ул ирекмәндәр штабына һалдаттарға маскировка селтәре үрергә ашыға.
– Махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙамым тейһен. Бер генә яугирҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалһаҡ та, файҙа буласаҡ, – ти изге йөрәкле әсәй.
Зилә Рәшит ҡыҙы һымаҡ яугирҙәрҙең көслө тылын булдырған барлыҡ замандаштарыбыҙға һалдаттар ғына түгел, илебеҙ ҙә рәхмәтле.
Фото: шәхси альбомдан.
Бүздәк районы.