Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
18 Март , 12:00

Һалдаттарҙы ярҙамдан өҙмәйҙәр

Штаб етәксеһе үҙе 23 тапҡыр МХО-ға гуманитар ылау алып барған  

Һалдаттарҙы ярҙамдан өҙмәйҙәр
Һалдаттарҙы ярҙамдан өҙмәйҙәр

Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам ойошторолмаған бер генә ҡала ла, ауыл да юҡтыр. Бүздәк районына эш сәфәре мәлендә осраҡлы ғына рәүештә маскировка селтәре үреүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы тап иттек. “Башҡортостандың диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бүздәк филиландағы ирекмәндәр штабында эш йәнле  бара ине.  

 

Ярымавтомат станоктары ла бар

 Штаб 2022 йылдан бирле эшләй. Етәксеһе “Башҡортостандың диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бүздәк филиалы рәйесе Рәмил Лоҡманов.

– Башҡортостанда генерал-майор М. Шайморатов батальонын төҙөү тураһында  иғлан ителгәс, диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән беҙҙең Бүздәк егеттәре лә унда  барырға теләк белдерҙе.   Уларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо әлеге эшебеҙ. Өфөгә барып, маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәндек. Тәүҙә схема буйынса үрҙек. Аҙаҡ Мәскәүҙә ярымавтомат станоктар күреп, үҙебеҙҙә лә уны булдырҙыҡ. Республикала бындай станоктар өсәү: Өфөлә, Шишмәлә һәм Бүздәктә. Бындай ҡорамалдарҙа 30-40 минутта 3Х6 метр ҙурлыҡтағы бер селтәр әҙер  була, – тип һөйләне Рәмил Раил улы.

– Беҙ үҙебеҙҙе “көмөш ирекмәндәр” тип атайбыҙ. Арабыҙҙа иң өлкәненә 75 йәш, – тип һүҙгә ҡушылды эшкә лә, һүҙгә лә шәп апайҙар.

Аҙнаһына был штабҡа 2-3 мәртәбә киләләр. Бүздәк уңғандарының тырышлығы менән 20 мең квадрат метр ҙурлыҡта маскировка селтәрҙәре үрелгән. Был селтәрҙәрҙе гуманитар ылау менән һалдаттарға алып та баралар, ялға ҡайтҡан яугирҙәр аша ла махсус хәрби операцияға оҙаталар.

Әйткәндәй, Рәмил Лоҡманов үҙе генә 23 тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып барған. Маскировка селтәрҙәре үреүҙә генә түгел, бар яҡлап та өлгөр бүздәктәр. Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәрҙән ниндәй һорау килә барыһын да үтәргә, ваҡытында алып барып еткерергә тырышалар. Машина булһынмы, мотоциклмы нимә кәрәк булһа шуны бергәләп дәррәү башҡаралар.

 – Махсус хәрби операцияла егеттәр беҙҙе көтөп тора. Ярҙамыбыҙ өсөн егеттәр рәхмәт әйтеп ҡала. “Тылһыҙ, фронт булмай” тиҙәр. Кәрәкле әйберҙәренә заказ да бирәләр. Шуға беҙҙең ярҙам унда бик кәрәк,– ти Рәмил Раил улы. 

 Әңгәмәсем,  үҙе лә һалдат бурысын ике йыл дауамында Төнъяҡ флотта үтәгән. Артабан да хәрбиҙәр  тормошонан ситтә булмай. Бүздәктең 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә кадет кластарында ут һәм саф әҙерлеге кураторы  булып эшләй. Бөгөн дә   һалдаттарға ярҙам итеүҙе төп маҡсаттарының береһе итеп ҡуя.

 

МХО музейын булдыралар

Штаб бинаһында махсус хәрби операция менән бәйле музей булдырыу йүнәлешендә лә эш башланған. МХО биләмәһенән 300-ҙән артыҡ экспонат йыйылған. Дрондар, бронежилеттар, каска һәм башҡа бик күп әйберҙәр тупланған.   Йыш ҡына бында мәктәп уҡыусылары менән бергә Батырлыҡ дәрестәре  уҙғарыла.  Бында йәш быуын  ҙур теләк менән экскурсиға килә. Район үҙәгенән  генә түгел, ауылдарҙан да балаларҙы күрергә мөмкин. Музейға килгән бәләкәстәр өсөн Шайморатов батальоны һалдаттары тәмлекәстәр ҙә биреп ебәргән. Яугирҙәрҙән күстәнәстәрҙе балалар айырыуса һөйөнөп ҡабул итә. Үҙҙәре лә әленән -әле ихлас күңелдән хаттар яҙып,  һалдаттарға юллай.

Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәһе тап ошондай саралар аша һалына ла инде.

Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ  бинаға  күсергә ниәтләй ирекмәндәр. Был ваҡытта музей өсөн дә урын иркенәйәсәк, экскурсияға килгән балаларға ла уңайлы буласаҡ.

–Иң ҙур теләгебеҙ – тиҙерәк донъялар тынысланһын, – тигән теләктәр менән оҙатып ҡалды Бүздәк уңғандары.

 Автор фотолары.

 

 

   

 

 

Һалдаттарҙы ярҙамдан өҙмәйҙәр
Һалдаттарҙы ярҙамдан өҙмәйҙәр
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас