Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
18 Март , 14:00

Ире һәм улы менән ғорурлана Лилиә ханым

Биш балалы Насыровтар ғаиләһендә илһөйәрлек рухы көслө  

Ире һәм улы менән ғорурлана Лилиә ханым
Ире һәм улы менән ғорурлана Лилиә ханым

Бүздәк районының Ташлыкүүл ауылында йәшәй Насыровтарҙың ҙур ғаиләһе. Егәрле лә,  тырыш та улар. Ауылда ҙур йорт һалып, мал-тыуар тотоп, күмәк балалар үҫтереп,  өлгөлө ғүмер итәләр.  

Беҙ барып кергәндә Лилиә Насырова эштән төшкө ялға ҡайтып ҡына тора ине. Тормош иптәше һәм өлкән улы икеһе лә махсус хәрби операцияла, Лилиә ханым дүрт балаһы менән күмәкләп донъя көтә. 19 йәшлек ҡыҙҙары Ильвина эшләп йөрөй, улдары Нияз 9-сы класта, Самир – 5 класта уҡый, алты йәшлек Вилдан балалар баҡсаһында.

Йәш ғаилә тәүҙә Уртакүлдә ғүмер итә. Балалары тыуғас, ошо ауылда йорт һалып төпләнәләр. Күп балалалы аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ йорт төҙөү өсөн дәүләттән субсидия ла алалар.

Махсус хәрби операция башланғас, ғаилә башлығы ситтә ҡала алмай. Үҙенең унда барырға теләге булыуы тураһында белдерә.

–Тәүҙә ышанып бөтмәнек. Был иремдәге патриотизм тойғоһоноң көслө булыуы менән ныҡлы бәйле. Һалдат бурысын да ул йәш сағында Кавказда үтәй, – тип һүҙ башланы  Лилиә Ринат ҡыҙы.

 2022 йылдың 7 авгусында ире контракт төҙөп махсус хәрби операцияға китә.  МХО-ла ул “Башҡорт” позывнойын ала. Водитель һөнәренә яуҙа ла ихтыяж ҙур. Һалдаттарға аҙыҡ-түлек, әйберҙәр ташый. Яугирҙе яҡташтары ла ярҙамынан өҙмәй, урындағы эшҡыуар уға “Нива” машинаһын ебәргән. “Башҡорт” әле лә уның менән йөрөй, файҙаһын күрә.

Махсус хәрби операцияға юлланыуына ла хәҙер дүрт йыл булып килә. Әлбиттә, балалары атайҙарын һағына, көн һайын иҫтәренә төшөрөп һөйләп алалар, ҡасан ҡайтыуын туҡтауһыҙ һорашалар. Был көндөң тиҙҙән булыуына өмөт итәләр. Хәрби тормошта ла балаларына яҡшы өлгө күрһәтә атайҙары: 1-се һәм 2-се дәрәжә  “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. 

Иренең МХО-ға юлланыуы өлкән улына ла йоғонто яһай. “Атайым менән ныҡ ғорурланам.  Уның  янына барасаҡмын”,  тигән ашҡыныу була уның күңелендә һәр ваҡыт.  Шулай итеп тәүҙә армияға китә, бер аҙҙан контракт төҙөй.  20 генә йәшлек егет бөгөн дә атаһы һымаҡ махсус хәрби операцияла. Ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәрен үҙ иткән, дрондар менән эшләй. Йәш егет хәҙер сержант дәрәжәһенә күтәрелгән. Эшенең ни тиклем яуаплы булыуын да аңлап башҡара. Алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ашарға ташыуҙы ла ошондай аппараттар ярҙамында башҡара.

Тылдағы көс ныҡ булғанда һалдаттарға ла еңел. “Татар” позывнойлы  Ташлыкүл ауылы егете лә яҡташтарының ныҡлы терәген тоя. Уға тип дронға аҡса йыйғанда ла ауыл халҡы дәррәү күтәрелә.Йәш кенә булыуға ҡармаҫтан, үҙен ысын һалдат итеп  күрһәтә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға  Шайморатов миҙалын тапшыра.

–Улымды хәрби тормош үҙгәртте. Холҡона ирҙәрсә ныҡлыҡ инде, – ти әсәй кеше улы менән ғорурланып.

Яугирҙе ауылдаштары ла  тик ыңғай яҡтан һөйләй.

–Шул тиклем ярҙамсыл. Ауылда  ул ярҙам итмәгән бер генә кеше ҡалмағандыр. Хатта хәрби хеҙмәттән ялға ҡайтҡанында ла ауыл сараларында булышырға өлгөрә. Был йәһәттән атаһы ла матур өлгө күрһәтә. Яңы Йылға мәктәп балаларына   бүләктәргә  аҡса бирә, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе бәләкәстәрҙе лә уйынсыҡтар, күстәнәстәр  менән шатландыра.   

Ире, улы махсус - хәрби операцияла саҡта Лилиә ханым балалары менән тырышып донъяһын да көтә, эшкә лә йөрөргә өлгөрә. Ул 2024 йылда “Әсәлек даны “ миҙалы менән наградланған. Лилиә  Ринат ҡыҙы “Нерал-Бүздәк”  ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән ймғиәтендә тир түгә. Әйткәндәй, был предприятие МХО яугире ғаиләһен һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тота. Балаларға әленән-әле бүләктәр бирә. Мәҫәлән, былтыр 1 сентябргә канцеляр тауарҙарға 12 мең һумлыҡ сертификат һәм аҙыҡ-түлек тупланмаһы килтергән.

Ауыл биләмәһе хакимиәте лә, район хакимиәте лә иғтибарҙан өҙмәй. Был йәһәттән терәк тойоп йәшәүҙәре тураһында һөйләне  күп балалы әсәй.

 Насыровтарҙың мәктәп йәшендәге балалары ла ҡул араһына кергән.

–Күп балалалы әсәй булыуы үҙе ҙур бәхет. Улар сирләп киткәндә генә ҡыйын. Үҙ-ара татыуҙар, бер-береһен  ҡарашалар. Мин эштә саҡта өйҙәре мәшәҡәттәрҙе лә башҡарып ҡуялар. Нияз менән Самир  улдарым малдарҙы ла хәҙер үҙ аллы ҡарай. Ауылдаштарым да һәйбәт. Ярҙам итергә әҙер генә торалар, – тип  һәр яҡлап та терәк тойоп йәшәүенә рәхмәтен белдерҙе.

Илһөйәрлек тә, берҙәмлек  тә сағыла Бүздәк районында йәшәүсе Насыровтар ғаиләһе өлгөһөндә.

 Автор фотоһы.

 

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас