Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
26 Март , 23:30

Таң атҡанда доғалар уҡып, теләк теләһәң, ҡабул була

Яраланғас, әллә күпме араны уға шыуышып үтергә тура килә...  

Таң атҡанда доғалар уҡып, теләк теләһәң, ҡабул була
Таң атҡанда доғалар уҡып, теләк теләһәң, ҡабул була

Был донъя кешене һынауҙары менән һынай.  Ҡаршылыҡтарҙы  үткән һайын, кеше сыныға бара. Ҡариҙел районы Абдулла ауылы егете, әлеге көндә район үҙәгендә йәшәүсе  махсус хәрби операция ветераны  Марат Ғәйнетдинов та һәммәбеҙ өсөн дә сабырлыҡ, түҙемлек өлгөһө.

Хәрби хеҙмәт уға бәләкәйҙән яҡын була. Йәш сағында һалдат бурысын Төньяҡ Кавказда үтәй.

– Бала саҡта  армияға барырға хыялланып үҫтем. Летчик булғым килә торғайны.  Алдан үҙемде бының өсөн әҙерләнем.  Гер күтәреү, йүгереү, турникта күтәрелеү  менән шөғөлләндем, саңғыла уҙышыуҙа ла мәктәптә гел беренсе урын ала торғайным. Мәктәпте тамамлағас, Асҡында училищела водитель һөнәренә уҡып сыҡтым. Ул арала армияға китергә ваҡыт етте. Тәүге ярты йылда  Түбәнге Новгород ҡалаһында күнекмәләр үттем. Ҡалған 1 йыл да 3 айҙы Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иттем. Минең фекеремсә, егеттәрҙе армия сыныҡтыра. Ул холоҡто нығыта, рухи яҡтан да көсәйәһең, – тип һалдат  йылдарын  һағынып иҫенә төшөрҙө.

Армиянан һуң эшкә егелә. Сорғот яҡтарында , Екатеринбургта тимер юлы тармағында хеҙмәт итә. Сит яҡтарҙа оҙаҡ эшләмәй,  тыуған яғы үҙенә тарта.  2022 йылда ғаиләһе менән тыуған Ҡариҙеленә ҡайтып төпләнә. Район үҙәгендә йорт  алып, донъя көткәндә, ғаилә башлығы махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. 2025 йылдың ғинуар айында контракт төҙөп  ил һағына юллана.

– Төньяҡ Кавказда ла булғас, хәрби тормош үҙенә тартты. Патриотизм тойғоһо ла көслө ине. Бергә хеҙмәт иткән егеттәр ҙә махсус хәрби операцияға китә башланы. Был да йоғонто яһағандыр. Икенсенән, балаларым яҡлаулы булһын, ғаиләмә еңел булһын тигән теләк тә был аҙымға этәрҙе.  Штурмлаусы уҡсы итеп тәғәйенләндем.  Әлбиттә, ҡышҡы һалҡындарҙа еңелдән булманы, – тип төрлө мәлдәрен дә хәтергә алды ветеран.

Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән “Восток” позывнойлы яугир тәүге тапҡыр былтыр 18 февралдә яралана. Пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме һөҙөмтәһендә снаряд төшөп, һул аяғын яралай. Тиҙ генә тыныс урынға сығыу мөмкинлеге булмай. Ун көн подвалда ултыра. Табип тәүге медицина ярҙамын күрһәткәс, артабан дауалау саралары хәстәрләнә. Һуңынан поезд менән Ырымбур хәрби госпиталенә оҙатыла. Унда бер ай дауамында дауалана. Реабилитация мәлендә тыуған яғына ҡайтып, яҡындары менән күрешеү мөмкинлеге асыла. Тиҙҙән сафҡа баҫып, былтыр 1 июндә йәнә махсус хәрби операцияға китә Ҡариҙел яугире.  Алғы һыҙыҡта аҙым һайын хәүеф һағалап ҡына тора.  Марат Ниғәмәтулла улы йәнә минаға эләгеп аяғын яралай.

– Унда оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ. Аяҡты тиҙ генә жгут менән  бәйләнем дә кирегә боролдом. Шок хәлендә булғас, тәүҙә ауыртыуҙы ла тойманым. Яҡынса 500-әр метр оҙонлоҡтағы ике яланды шыуышып үттем. Ул көндө боҙло ямғыр яуа ине, был ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары бик осмай, шул да мине ҡотҡарғандыр тип уйлайым. Урман һыҙатына барып еткәс, еңелләште. Ул арала табип та килеп етте. Шунан тағы ла ярты километр тирәһе шыуышып барҙым. Был юлы ярам ҡаты ине. Һөйәк сырпаҡланғайны. Әстерхан ҡалаһында 20 көн яттым, унда уң аяғыма операция яһанылар. Шунан Екатеринбурҡа күсерҙеләр, унда ла 3 ай дауаландым. Быйыл февраль айында һаулыҡ торошо арҡаһында хәрби хеҙмәттән азат иттеләр, – тип яуҙағы хәлдәрен эҙмә-эҙлекле итеп иҫенә төшөрҙө әңгәмәсем.

Һүҙҙә һөйләүе генә еңел. Ул ваҡытта кисергәндәрҙе күҙ алдына килтерһәң, йөрәк әрней.

– Иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуыма әле лә ышанып бөтмәйем әле. Барлыҡ яугирҙәргә иҫән-һау йөрөргә яҙһын. Донъялар тиҙерәк тынысланһын, – тине утлы яуҙы кисергән яҡташыбыҙ.

Өйҙә көтөр яҡындарың булыуы – үҙе  ҙур бәхет. Был йәһәттән Марат Ғәйнетдинов ҡатынынан уңған. Ире яуҙа йөрөгәндә Сирена ханымдың хәүефләнмәгән, тыныс көндәре һирәк буландыр.  

– Ирем бөтә яҡлап та өлгө. Эсмәй, тартмай, балалары өсөн яҡшы атай, ышаныслы тормош иптәшем.  Таң атҡанда доғалар уҡып, теләк теләһәң, ҡабул була тиҙәр. Ул МХО-ла йөрөгәндә таң атҡанда ирем иҫән-имен йөрөһөн тип доғалар уҡыным. Махсус хәрби операцияла сағында ҡайғырыуҙарым, борсолоуҙарым аҙ булманы. Тәүге яраланған сағында оҙаҡ ваҡытҡа бәйләнеш юғалды. Бер кистә “Эй, Хоҙайым, иртәгә иртәнсәк тороуым менән ирем шылтыратһын ине”, – тип теләктәр теләп, доғалар уҡып яттым. Иртәнсәк уянып, сәй эсергә генә ултырғайным, ят номерҙан шылтыратыу килде. Алһам, иремдең тауышы. “Йөрәк майым, ҡайғырма. Мин иҫән-һау. Әле госпиталдә”, – тине. Күңелемдән таш төшөп киткән һымаҡ булды. Күҙҙәремә шатлыҡ йәше тығылды. Мең шөкөр итәм, ирем иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡанына, – тине Сирена Нәфил ҡыҙы.

Махсус хәрби операция ғаиләләрҙе лә ныҡлыҡҡа һынай, бер-береһенең ҡәҙерен нығыраҡ аңларға булышлыҡ итә.

Ҡариҙел яугире Марат Ғәйнетдиновҡа киләсәктә лә ғаиләһе менән бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас