Бөгөн Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазинының осрашыуҙар майҙансығында махсус хәрби операция батырҙарына арналған яңы китаптың исем туйы булды. Башҡорт. Лариса Абдуллинаның Мәскәүҙең АСТ нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы китабы геройҙарын ошо бер һүҙ берләштерә. Был - милләт исеме генә түгел, ә ерҙәшлекте, рухташлыҡты, илһөйәрлек тойғоһон, ауыр һынауҙар алдында данлы ата-бабалар рухы алдында берләшеүҙе лә бергә туплаған изге төшөнсә.
Башҡорт булһынмы ул, русмы, татар йә сыуашмы - махсус хәрби операция батырҙарының тыуып-үҫкән изге төйәге Башҡортостанға булған һөйөүе оло Ватаны - бөйөк Рәсәйгә барып тоташа. Уның именлеге өсөн йәнен фиҙа ҡылыуҙан да өркмәгән ысын ил батырҙары тураһында бәйән итә танылған журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина.
Баҫмала сағылыш тапҡан яугирҙәрҙең тарихтары ла, һынауҙарға бирешмәгән замандаштарыбыҙ тураһындағы яҙмалар ҙа - авторҙың МХО биләмәһенә барып, үҙ күҙҙәре менән күреп, йөрәге аша үткәреп яҙғандары. Лариса Хашим ҡыҙы был турала тыныс ҡына һөйләй алмай, сөнки һәр геройы күптән инде күңеле түрен биләгән яҡын ҡәрҙәшенә әйләнгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре батырҙарса һәләк булып, яҡындарына иҫтәлеккә фотоһүрәттәр һәм мессенджерҙарға яҙған хаттары ғына ҡалған...
Һәм бына Лариса Абдуллинаның "Позывной "Башкир" китабы уларҙың исемдәрен мәңгелек биттәренә теркәне, ғәзиздәрен көтөп ала алмаған әсәләргә, ҡатындарға, балаларға куңел йыуанысы булды. Баҫма менән танышыу сараһына абруйлы ҡунаҡтар, яугирҙәрҙең яҡындары килгәйне. Күҙ йәштәре лә, моңһоу йылмайыуҙар ҙа оҙатып барҙы был кисәне. Ә күңелдә батырҙарыбыҙ тураһында ғәм халыҡҡа еткергән Лариса Хашим ҡыҙына, ҡаһарман улдар үҫтергән ата-әсәләргә әйтеп бөтә алмаҫлыҡ рәхмәт тойғолары, ил яҙмышын иңдәренә йөкмәп, ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған көслө рухлы яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыу ҡалды.
Автор фотолары.