Ҡариҙел районы үҙәгендә урынлашҡан “Өмөт” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн клубы - йәш быуынды тартып торған урындарҙың береһе. Уҡыусылар менән эшләүселәр ҙә үҙ бурысын лайыҡлы башҡара. “Һеләүһен” хәрби-патриотик клубы, “Юнармия” штабы начальнигы Юнир Хөрмәтуллин - үҙе лә махсус хәрби операция ветераны, хәрби пенсионер. Шуға лә йәштәрҙе үҙ өлгөһөндә күп нәмәгә өйрәтә.
2022-2023 йылдарҙа “Салауат Юлаев” батальонында контракт буйынса хәрби хеҙмәт юлы үтә ул. Генерал Шайморатов миҙалы, 2-се дәрәжә “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн“ күкрәк билдәһе һәм башҡа наградалары уның күкрәген биҙәй. Махсус хәрби операцияға ныҡлы әҙерлек менән бара. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда дүрт йыл дауамында самбо, дзюдо менән шөғөлләнә. Институтта үҙенең ауырлыҡ категорияһында еңеүҙәр яулай.
Байтаҡ йылдар Эске эштәр министрлығы тармағында хеҙмәт итә, 2022 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, махсус хәрби операцияға юллана. Шуға йәш быуынға әйткән кәңәштәре лә бик урынлы уның.
– Спорт менән шөғөлләнегеҙ, ололарҙы хөрмәт итегеҙ, илебеҙгә файҙа килтереп йәшәгеҙ, – ти ул.
Бөгөн үҙ тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлаша. Район үҙәгендәге 1-се мәктәптә тарих, хәрби әҙерлек буйынса 3-10-сы кластарҙа түңәрәк һәм кластан тыш дәрестәр алып бара. Бынан тыш, “Юнармия” штабынан да кеше өҙөлмәй. Бында шөғөлләнеүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар автоматты һүтеү, йыйыу, атыу, граната ташлау, рация аша һөйләшеү ҡағиҙәләренә өйрәнеү һәм башҡа оҫталыҡтарҙы үҙләштерә. Штабта 6-10-сы кластарҙа уҡыусы 30 егет һәм ҡыҙ шөғөлләнә.
– Егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа бында автомат менән бик яҡшы идара итә белә. Беҙҙең уҡыусылар республика, район кимәлендәге сараларҙа ла һынатмай, – тине Юнир Хөрмәтуллин.
Уҡыусыларының уңыштары менән ғорурлана махсус хәрби операция ветераны. Йәш юнармеецтар төрлө ярыштарҙа үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә. Күптән түгел 23 февраль – Ватан һаҡсылары көнөнә арналған район ярыштарында үҙҙәрен төрлө яҡлап һынайҙар. Ҡаршылыҡ һыҙатын үтеү, противогаз кейеү, арҡан тартыу, хәрби званиеларҙы белеүҙә һәм башҡа ярыштарҙа һынатмайҙар.
“Иң ойошҡан һәм тәртипле команда” исеменә лайыҡ булыуҙары, айырым номинацияларҙа ла еңеүгә өлгәшеүҙәре уларҙың төплө хәрби әҙерлек үтеүе тураһында һөйләй.
“Юнармия” штабында булған саҡта 10-сы класта белем алыусы Никита Леонов менән дә әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Был штабҡа ул былтыр октябрҙән йөрөй. Ваҡытҡа автоматты һүтеп-йыйыу, төҙ итеп атыу, сафта тигеҙ итеп атлау оҫталыҡтарына эйә йәш егет. Хатта республика сараларында флагты алып сығыу буйынса командир булып тора.
Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай.
–Дүртенсе йыл рәттән гер спорты менән шөғөлләнәм. Республика беренселегендә 1-се урын яуланым, – тине ул.
Киләсәктә Никита хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итергә хыяллана.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan