Ғорурланабыҙ
31 Март , 06:00

Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” ирекмәндәре уңайлы мендәрҙәр тегә

Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәрЯралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр

Ишембай районының Алаҡай ауылындағы “Беҙ булмаһаҡ, кем?” ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙамды өҙмәйҙәр. Ошо көндәрҙә улар 280 мендәр теккән, уның 65-е яҡташ яугирҙәренең үтенесе буйынса оҙатылған. Ҡалғандары госпиталдәргә ебәрелгән. Мендәр эсенә ҡуйырға синтепон менән “БлагоДарим” ирекмәндәр төркөмө ярҙам иткән, кәпрәнгә материалдар ауыл халҡы тырышлығы менән хәстәрләнгән. Һалдаттарға ярҙам булһын, тип ваҡытын да көсөн дә йәлләмәй тырышыусылар һоҡландыра. Мәҫәлән, Скворчихала йәшәүсе  ауыл биләмәһе депутаты Елена Ускова  үҙенең өйөндә 25 мендәр тегеп, гуманитар ярҙам йыйыу пунктына – ауыл Советы хакимиәтенә алып килгән.

Кәрәкле әйберҙәр тиҙ арала тупланып, госпиталгә тип яҙылған ҡаптарға тултырылып, ошо көндәрҙә гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған.

Ихтыяж булғанда мендәрҙәр тегеү артабан да дауам итә. Бынан тыш маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса ла эш тынмай.

Фото: ауыл хакимиәтенән.

 

Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Яралы һалдаттарҙы хәстәрләйҙәр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас