Ғорурланабыҙ
8 Апреля , 04:30

Көҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләй

Улар мотоцикл да ебәргән, яугирҙәрҙе башҡа төрлө ярҙамдан да өҙмәй.  

Көҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләйКөҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләй
Көҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләй

Ҡала-ауылдарҙа махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам ҡулы һуҙмаған бер кеше лә ҡалмағандыр. Һәр кем көсөнән килгәнсә үҙенең өлөшөн индерергә тырыша.

Ишембай районының Көҙән ауылында йәшәүселәр ҙә махсус хәрби операция башланғандан алып был изге эшкә дәррәү ҡушылды. Тәүге йылдарҙа ауыл халҡы яугирҙәргә күбеһенсә кәрәкле әйберҙәр, посылкалар ебәреү менән мәшғүл була. Һалдаттар өсөн йөн ойоҡтар, бирсәткәләр бәйләп ебәрәләр, көндәлек кәрәк-яраҡ туплайҙар. Кәрәкле булған дарыуҙарҙы ла күпләп оҙаталар.

2023 йылда дүрт тимер мейес яһап ебәргәндәр. Уның өсөн материалды ауыл икмәкханаһы етәксеһе Фирүзә Рәшитова хәстәрләй. Иретеп йәбештереүсе Наил Рәхмәтуллин мейестәрҙе эшләй.  

Маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса ла эш көйгә һалынған. Ауыл халҡы тырышлығы менән 30-ға яҡын селтәр үрелгән. Аҡса йыйып материалдарын һатып алалар, махсус станок ҡоралар. Шулай итеп был эш тә юлға һалына.

Окоп шәмдәре - яугирҙәр өсөн әһәмиәтле әйберҙәрҙең береһе. Көҙәндәр барлығы 450-гә яҡын шәм эшләп оҙатҡан. Быйыл март-апрель айҙарында ғына 200-ҙән ашыу шәм ҡойолған.  

 – Һалдаттар өй ризығы тәмен татыһын өсөн дә гүзәл заттарыбыҙ тырыша. Былтыр сөсө күмәс бешереп ебәрҙек. Был эш ауылдың икмәкханаһында Фирүзә Рәшитова етәкселегендә битрараф булмаған апайҙар тырышлығы менән ойошторолдо. Уңған апайҙарыбыҙ үткән йылда ҙур 109 контейнер менән туҡмас киҫеп тә яугирҙәргә ебәрҙе, - тип һөйләне Көҙән мәҙәниәт йорто мөдире Айгөл Хәйретдинова.

Һалдаттарға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әүер гүзәл заттар байтаҡ. Улар – Фәрзәнә Әхмәтйәнова, Зөһрә Хәйретдинова, Минзилә Ғатауллина, Айгөл Ишмөхәмәтова, Мәфрүзә Бикбаева, Рәзимә Клусова, Әлфиә Лоҡманова, Светлана Ибәтуллина, Венера Исмәғилева  һәм башҡа бик күптәр. Үҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветеран Айнур Ишмөхәмәтов та матур өлгө күрһәтә, үҙенең йортонда окоп шәмдәре эшләүҙе ойошторған.

Былтыр ауыл халҡы аҡса йыйып, яңы мотоцикл алған. Бынан тыш, Альбина Хәлилова, Нияз Шәрипов үҙҙәренең тотонолған мотоциклдарын да махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ебәргән.

Берҙәмлек менән яугирҙәргә тос ярҙам күрһәтә Көҙән халҡы.

 Фото: ауыл мәҙәниәт йортонан.

 

Көҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләй
Көҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләй
Көҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләй
Көҙәндәр яугирҙәрҙе хәстәрләй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас