

Бурысын намыҫ менән башҡара
Миҙал һәр кемгә лә бирелмәй. Армия тураһында әйтәм. Ысынлап та, иң-иңдәргә генә бәхет ҡояшы йылмая. Беҙҙең хәрби часта, бүтәндәрҙә лә сараның юғары кимәлгә күтәрелеүенә тамсы ла шикләнмәйем, һалдатҡа булһынмы, сержантҡа тиһеңме, миҙал тапшырыу оло байрамға әйләнә торғайны. Был көндө байрамса кейенергә ҡуштылар. Әлбиттә, төймәләрҙе нығытып ҡаҙаныҡ, салбар менән кителде үтекләнек, кәрәк тип тапҡан урынды таҙарттыҡ, һүтелгән ерен тектек, кирза итеккә крем һөрттөк, уныһы ялтырап китте, ҡыҫҡаһы, өҫ һәм аяҡ кейемдәрен тәртипкә килтерҙек. Полковник Петр Толстошеиндың илһөйәрлек йүнәлешендә ялҡынлы телмәрен тыңлағандан һуң, бер нисә хәрби хеҙмәттәшебеҙҙе трибуна янына саҡырып сығарып, дәүләт наградаларын тапшырҙылар.
Әрме йылдарын иҫкә төшөргәндә шәп яңылыҡты ишетеп, беҙ ҙә ныҡ шатландыҡ. Сығышы менән Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһенән булған арыҫлан йөрәкле егет тураһында һөйләмәксемен.
– Хөрмәтле яҡташыбыҙ Айрат Сәлимовҡа тағы ла дәүләт наградаһы тапшырылған, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова. – Дөрөҫөрәге, Ватаныбыҙҙы дошмандарҙан һаҡлағанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Уның кеүек ысын ирҙәр ҡулдарына мылтыҡ тотоп, сиктә һаҡта торғанда, беҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Уларҙың һәр береһе менән ғорурланабыҙ, Еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтһындар, тип һәр саҡ теләйбеҙ.
Шуныһы, Айрат Радик улының кителен бик күп юғары наградалар биҙәй. Беҙгә билдәле булыуынса, ошоға тиклем хәрби часть командиры уның ҡулын ҡыҫып, кителенә Ҡаһарманлыҡ ордены, "Суворов" һәм "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалдарын таҡҡан.
Лилиә Рәмил ҡыҙы билдәләүенсә, ғөмүмән, Балаҡатай районы егеттәре бурыстарын намыҫ менән башҡара, Рәсәй тигән бөйөк илебеҙ күкрәп сәскә атһын өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй.
Яҡташыбыҙ үҙенә "Айсберг" тигән псевдоним алған. Был осраҡта исеме есеменә тап килә, тиҙәр. Ысынлап та, Айрат Сәлимов тәү ҡарамаҡҡа тыныс ҡына күренһә лә, тыуған илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда, уҫал йәнлеккә әйләнә. Ә ул шулай булырға тейеш тә. Унан бындай оло ҡаҙаныштарға нисек өлгәшеүе тураһында белештек. Сержант барыбыҙға ла йылмайып ҡына ҡарап алды ла, былай тине:
– Дан артынан ҡыумайым, билдәлелек яуларға ла ынтылмайым. Алғы һыҙыҡтағы бүтән бихисап һалдаттар шикелле бары тик ҡушылған бурысымды ғына үтәйем.
Әлбиттә, ошо ябай ғына һүҙҙәр артында әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр, ҡаты һуғыш, дошман менән күҙгә-күҙ ҡарашып алышыу һәм бүтән ҡатмарлыҡтар ята. Еңеүгә ышаныс булғанда ғына бар маҡсаттар ҙа тормошҡа аша.
Ирмен тигән ир кеше әҙ һөйләй, күп эшләй. Ошо һүҙҙәр нәҡ 2022 йылдың 18 мартынан алғы һыҙыҡта булған яҡташыбыҙға тап килэ.
– Ысын геройҙарҙы ситтән эҙләргә кәрәкмәй, улар эргәбеҙҙә йөрөй, – тип Лилиә Мулланурованың фекерен ҡеүәтләй Балаҡатай районы Урғалы ауылы биләмәһе башлығы Гөлнара Бикмөхәмәтова. – Ысынында улар аҡса тип бер ҙә сапмай, ә Ватан алдындағы бурысын теүәл үтәй. Бары тик шул ғына. Айрат Сәлимов өсөн алғы һыҙыҡтан сыҡмау сыҙамлыҡҡа ҙур һынау булған. Ауыр саҡтарҙа ла, һынылышлы мәлдәрҙә лә "Ватаныма тоғро хеҙмәт итәсәкмен" тигән антын һәр саҡ тотто. Уның тормош юлы үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө һәм маяҡ, бынан тыш, Айрат Радик улы менән ауылыбыҙ, районыбыҙ ғына түгел, ә тотош Башҡортостан һәм Рәсәй ғорурлана.
Гөлнара Ризуан ҡыҙы белдереүенсә, Айрат Сәлимов та, махсус хәрби операциялағы башҡа Ватан һаҡсылары ла – терәк-таянысыбыҙ. Ышыҡланыр кешебеҙ бар, ҡалҡан булырҙай батырҙар бихисап.
Айрат мәктәптә яҡшы уҡыған. Үҫмергә бигерәк тә физика һәм математика фәндәре еңел бирелгән, шулай уҡ ул бүтән дәрестәргә лә теләп йөрөгән, физкультураға айырыуса. Турникта күтәрелеүҙә, ергә ятып отжимание эшләүҙә уға етеүсе табылмаған.
Яҡташыбыҙ 2002 йылдан бирле бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған. Әйтергә кәрәк, Быны Рәсәй Оборона Министрлығы ҡаты күҙәтеү аҫтына алған. "Һәр ил һаҡсыһы ваҡытында отпускыға ҡайтырға тейеш" – быны инҡар итеү мөмкин түгел. Ғәҙәттә, тыуған яҡтарында саҡта һалдат-сержанттарҙы төрлө урынға осрашыуға саҡыралар. Уның ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр ойошторолоуы тураһында яҡшы беләбеҙ.
– Малай һәм ҡыҙҙарҙың һорауҙарҙы төрләндереп биреүе, теге йәки был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тырышыуы, хатта төпсөшөүе ныҡ оҡшаны, – тине "Айсберг". – Хәрби кейемгә шул тиклем һоҡланыуҙарына, хәрби ҡоралдар тураһында белеп ҡалырға тырышыуҙарына, бүтән ынтылыштарына, хатта хәрби училищеларҙа белем эстәргә теләктәренең булыуына нисек һөйөнмәҫкә! Әлбиттә, "бына ҡайһылай рухлы һәм илһөйәр малай һәм ҡыҙҙар буй еткерә!" тип эстән генә шатланып ҡуйҙым. Үҙемдән өҫтәп бына нимәләргә иғтибарлы булырға саҡырҙым һәм баҫым яһарға өндәнем – физик күнекмәләр тураһында онотмаһындар, спорттан айырылмаһындар ине. Әйтәйек, хатта йүгереү ҙә, һыуыҡ һыу менән ҡойоноу ҙа сынығыуға бер аҙым бит.
Айрат Радик улының спорт залының турнигында ҡойондай өйөрөлөүен күрҙек, штанганы күп тапҡыр күтәреүенә шаһит булдыҡ. Тап ошондай көслө егеттәргә ҡарап йәш быуын батыр булып үҫә. Ғорурлығы ни тора!