Ғорурланабыҙ
18 Апреля , 03:30

Миәкәлә “Дрон-рейсинг мәктәбе” проекты уңышлы эшләй

Йәш быуынды заманса һөнәрҙәргә өйрәтә ул.

Миәкәлә “Дрон-рейсинг мәктәбе” проекты уңышлы эшләйМиәкәлә “Дрон-рейсинг мәктәбе” проекты уңышлы эшләй
Миәкәлә “Дрон-рейсинг мәктәбе” проекты уңышлы эшләй

Йәш быуынды заманса һөнәрҙәргә өйрәтеү, пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡороу, идара итеү серҙәренә төшөндөрөү өсөн мөмкинлектәр киңәйә. Миәкә районында ла был йәһәттән уңышлы тәжрибәләр бар. Миәкә ҡасаба-ара үҙәк китапхананың балалар менән эштәр буйынса директор урынбаҫары Гөлназ Шәйәхмәтова былтыр “Дрон-рейсинг мәктәбе” тигән проект булдыра һәм еңеүгә өлгәшә. Был проекттың авторы ла, етәксеһе лә Гөлназ Ғәлимйән ҡыҙы. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

–Пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү, уларҙы ҡороу, программалауға йүнәлтелгән бындағы саралар. Шулай уҡ февраль айынан авгусҡа тиклем төрлө кимәлдәге ярыштар ойоштороу ҙа билдәләнгән,– ти проект етәксеһе.

Быйыл проектты тормошҡа ашырыу башланған. Бының өсөн ноутбук, бишәр берәмек пилотһыҙ осоу апппараттарының ике төрлө моделе, күҙлектәр, идара итеү аппараты һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алынған. Апрелдең тәүге яртыһында район үҙәгендә урынлашҡан 1-се мәктәптә таныштырыу сараһы, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылған. Унда Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы 1-се һәм 2-се мәктәптәренән 150 бала ҡатнашҡан.

Ғөмүмән, был проектҡа 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге кәмендә 500-ләп баланы йәлеп итеү ниәтләнә. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикле үҫмерҙәр менән дә эшләү маҡсаты бар. Уларға оҫталыҡ, уҡытыу дәрестәре, ярыштар ойоштороласаҡ. Йомғаҡлау август айына планлаштырылған. Был саралар балалар һәм үҫмерҙәрҙең спорт мәктәбендә уҙғарыла.   

Фото: Гөлназ Шәйәхмәтова.   

 

 

Миәкәлә “Дрон-рейсинг мәктәбе” проекты уңышлы эшләй
Миәкәлә “Дрон-рейсинг мәктәбе” проекты уңышлы эшләй
Миәкәлә “Дрон-рейсинг мәктәбе” проекты уңышлы эшләй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас