

"Һәр ваҡыт үҙегеҙҙең төплө фекерегеҙ булһын, уны ярып һалып әйтеүҙән оялмағыҙ ҙа, ҡурҡмағыҙ ҙа, төптән уйламайынса тороп бер ҡасан да барған юлығыҙҙы үҙгәртмәгеҙ. Бөгөн армияла илебеҙҙең тыныслығын һаҡлайһығыҙ, ә киләсәктә иһә тормошоғоҙ тыуған яғығыҙҙа дауам итер. Бер һүҙ менән әйткәндә, ир булып ҡалығыҙ!" Инде һалдат ҡайышын билдән ысҡындырыуға хәтһеҙ ваҡыт үтһә лә, ғәскәри часть командиры полковник Андрей Сухоруковтың өгөт-нәсихәттәрен һис ҡасан да оноторлоҡ түгел. Ысынлап та, командир сығыш яһағанда уның көр тауышы тимер сыңына тиң ине. Был – бер. Икенсенән, офицер тормош көткәндә ҡатмарлыҡтарға бирешмәҫкә саҡырҙы, донъя ауырлыҡтарынан ҡойолоп төшмәгеҙ, тип өйрәтте. Әлеге мәҡәлә геройым да һәр төрлө ҡаршылыҡтар алдында бирешмәү йәһәтенән күптәргә өлгө. Кем тураһында булыр һүҙем? "Моғайын да, Ватан һаҡсыһы менән бәйлелер" тиһәгеҙ, дөрөҫ уйлайһығыҙ.
Владимир Шамов (шартлы исем менән атаныҡ) Иглин районының Иглин ауылында, бүтән ир-ат шикелле, ғаиләһен ҡарау өсөн көн-төн тырышҡан, күп итеп аҡса килтерә торған һәм яратҡан эше булған, етәкселек даими рәүештә тырыш хеҙмәткәрҙе маҡтап телгә алған, башҡаларға уңғандың артынан эйәрергә ҡушҡан. Уның әйтеүенә ҡарағанда, йортҡа булһынмы, офисҡа тиһеңме, кәрәк-яраҡты килтереп биреү хеҙмәтендә ул тир түккән, бынан тыш, клининг компанияһында ла эшләгән. Нимәгә тотонһа ла, һәр береһен күңел һалып башҡарыуын телгә алды, илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуймауына баҫым яһаны. Һәм бер көн килеп, урынының тап махсус хәрби операция биләмәһендә булырға тейешлеген ғаиләһенә еткергән.
Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова белдереүенсә, махсус хәрби операциялағы ватан һаҡсылары бурысына тап төшөрмәй, киреһенсә, һәр береһе дошманды ил сигенә яҡын ебәрмәү һәм сигендереү өсөн бар көсөн һала. Гүзәл Рәйес ҡыҙы күптән түгел хөрмәтле яҡташыбыҙ "Москва" позывнойлы һалдат тураһында йылы яҙмаһы менән уртаҡлашҡайны. Хәйер, Владимир Шамов тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәрен әйтергә мөмкин. Уйлап ҡараһаң, ул бит тота килеп ҡулына ҡорал алмаған. Рәсәйҙең киләсәге йөрәгенә тынғылыҡ бирмәгән.
– Башта махсус хәрби операциялағы хәл-торош тураһында телевизор ҡараным, интернетта ултырҙым, бүтән сығанаҡтарҙы ла ҡалдырманым, таныштым, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Айырыуса Рәсәй Оборона министрлығының сайты күҙемде асты, унда барыһы ла дөп-дөрөҫ итеп яҙылған һәм асыҡ мәғлүмәт бирелгән, бер ниндәй ҙә ситкә тайпылыу юҡ. Видеояҙмаларҙан күренеүенсә, беҙҙәге пилотһыҙ осоусы аппарат операторҙары һәр яҡлап та дошманды ҡыйратыуын дауам итә. Ғорурлыҡ бит был, ә ул шулай булырға тейеш тә. Тегеләрҙең нығытмаларының көлө күккә оса, техникаһы сафтан сыға. Шул хәтлем дә тарҡауҙар, ҡурҡаҡтар һәм көсһөҙҙәр икән тигән фекергә киләһең.
Бөгөн махсус хәрби операция осоронда пилотһыҙ осоусы аппаратты йыш телгә алабыҙ. Иглин уҙаманы ла нәҡ ошо йүнәлештә үҙен күрергә теләгән – пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә уйы бөрөләнгән.
23 йәше менән барған Владимир хәрби комиссариатҡа юлланған, унан саҡырылыш пунктында ике арала етди һөйләшеү булған. Унда офицер менән килешеү тапҡан егет һаулығын тикшертеү маҡсатында поликлиникаға ашыҡҡан. Иң мөһиме, бөтә урында ла яҡташыбыҙҙың пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итә алыуы тураһында һөйөнөслө хәбәр еткергәндәр. Әйтерһең дә, "бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына" әйтеме тап уға төбәлгән. Иглин егетенең шатлығы сикһеҙ, ул пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк.
Владимир Машков разведчик булырға хыялланған, бәләкәйҙән ошо уй күңеленә тынғылыҡ бирмәгән. FRV-дрондары менән эш итеүҙе үҙенә ниәт иткән, был – замана талабы. Әйткәндәй, ул техника булһынмы, компьютер кеүек бүтән төрлө заманса аппараттар тиһеңме, һәр береһе менән "һин"гә һөйләшә. Шулай булғас, өр-яңы дрондарҙы "ауыҙлыҡлау ҙа" бик еңелгә тура киләсәк. Форсаттан файҙаланып, бына нимәләр тураһында ла әйте килә. Хәҙер йәштәр шул тиклем белемле һәм өлгөр, төҙөлөшө йәһәтенән ниндәй генә ҡатмарлы яңы ҡоролма барлыҡҡа килмәһен, улар барыһын да тиҙ генә өйрәнә һәм ҡуллана башлай.
Мәҡәлә башында "ир был турала ғаиләһенә һөйләгән" тигәйнек. Ысынында, тәүҙә һөйөклө кәләше ныҡ тулҡынланған, хатта аптырашҡа ҡалған. Уның ҡарауы, бер ни хәтлем ваҡыт үткәндән һуң хәләл ефете иренең фекерен тулыһынса хуплаған. Аҡыллы хужабикәләр барыһын да аңлап ҡабул итә, уның киреһенең булыуы мөмкин түгел. Онотоп торабыҙ, йәш ғаиләлә бәләкәс кенә бәпес үҫә. Сабыйҙы әсә ҡулына бер үҙен нисек ҡалдырып китергә була? Шул ҡыуаныслы, был мәсьәләне лә хәл иткәндәр.
– Донъя көткәндә атайым менән әсәйемдең ярҙамын ныҡ тойҙоҡ, һүҙ ҙә юҡ, һәммәһен дә үҙебеҙ булдырырға тырыштыҡ, әммә өлкәндәр ярҙамынан ташламаны, – ти әңгәмәсем. – "Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланам" тип тура әйтергә уҡталдым да туҡталдым, унан бер ни тиклем был турала һүҙ ҡуҙғатманым. Ғөмүмән, яҡындарым менән дә еңел аңлаштыҡ, бындай ҡыйыу аҙымымды маҡтанылар.
Беҙгә билдәле булыуынса, махсус хәрби операция биләмәһендәге Рәсәй һалдаттары берҙәм һәм ҡыйыу. Яҡташтарыбыҙ һис кенә лә дошманға баш ҡалҡытырға бирмәй. Владимир Машков та тиҙҙән Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафын тулыландырасаҡ. Аныҡ фекерле, үҙ һүҙендә торған Иглин егетенә "афарин!"дан башҡа һүҙ юҡ.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков.