

Илеш районының Марин ауылында тап иттек Рая менән Вениамин Айтиевтарҙың ҙур, күркәм ғаиләһен. Икеһе лә татарса һөйләшһәләр ҙә, Рая – башҡорт ҡыҙы, Вениамин мари егете булып сыҡты. Бер-береһенең телен, йолаларын өйрәнеп, ихтирам итеп татыу ғүмер итә улар. Ғаилә ҡороп бергә йәшәүҙәренә 35 йыл булған.
Рая Йәмғетдин ҡыҙы сығышы менән Шаран районынан. Йәш сағында Илеш яҡтарына эшкә килеп, төпләнеп ҡала. Тыныс холоҡло, төплө Вениамин менән яҙмыштары бәйләнә. Егеттең тыуған ауылында тамырланып йәшәп алып китәләр.
– Беҙҙең ауылды мариҙар ҙа, татарҙар ҙа төйәк иткән, шуға күрә бала саҡтан татарса белеп үҫтем, атай-әсәйем дә был телдә иркен һөйләшә ине, – ти Вениамин Алексеевич.
Рая Йәмғетдин ҡыҙы ла мари телен тиҙ өйрәнгән. Ул ғына түгел, ҡәйнәһенән мари халҡынының йолаларын үҙләштергән, уларҙы әле лә үтәп килә.
Айтиевтар ғаиләһенең мөхәббәт емеше – ике улдары донъяға килә. Бынан тыш, ҙур йөрәкле ғаилә өс бер туған сабыйҙы: ике ҡыҙҙы һәм бер малайҙы тәрбиәгә алып үҫтерәләр, уларға ата-әсәй һөйөүен, ғаилә йылыһын бирәләр. Уларҙың икәүһе үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, иң бәләкәстәре Камиллаға 17 йәш, ул әле ата-әсәһе янында.
Үкенескә ҡаршы, Рая менән Вениаминға яҙмыш иң ҡаты һынауҙарҙы ла ҡуя. 2023 йылда өлкән улдары Артем 31 йәшлек кенә сағында аварияла фажиғәле һәләк була. Бындай ауыр минуттарҙы улар бер-береһенә терәк-таяныс булып күтәрә.
Былтыр ғинуар айында икенсе улдары махсус хәрби операцияға юлланырға тигән ҡарар итә. “Мин хәрби булам” тигән хыялын тормошҡа ашыра ул. Быға тиклем һалдат бурысын Ырымбурҙа үтәй. Был йәһәттән ағаһы ла, атаһы ла уға өлгө була. Улар ҙа армия сафтарында ил алдындағы бурыстарын үтәйҙәр.
– Улым махсус хәрби операцияға барырға йыйыныуын алдан белгертмәне. Кисен әйтте, иртәнсәк сығып та китте. “Мин ҡурҡаҡ түгел, барып дошманды еңеп ҡайтам”, тине, – тип һөйләй әсәй кеше.
Бер йыл самаһы яуҙа булһа ла, "Барс" позывнойлы егет наградаларға ла лайыҡ булған. Ҡаһарманлыҡ ордены, Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Бер тапҡыр ялға ла ҡайтыу насип булған.
– Иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәһендә тәҙрә туҡылдатҡанға ҡараһам, улым тора. Ҡосаҡлап алдым. Һағынғайным улымды. Махсус хәрби операция холҡон үҙгәрткән,ҡатыраҡ, етдирәк булып киткән. Электән яуаплы, ярҙамсыл булды, шуға яуҙа ла һынатмай, унда саҡта яраланған бер дуҫын һигеҙ сәғәт буйы күтәреп алып ҡайта. Был бер генә миҫал түгел. Дуҫтары уның был изгелеген онотмай, – тип һөйләне Рая ханым.
Әлеге көндә һалдат яраланып Красноярскиҙа госпиталдә ята.
– Улыбыҙ өсөн күңелдә ғорурлыҡ тойғолары. Хөрмәт итеп торалар. Беҙҙе лә төрлө сараларға, концерттарға саҡыралар. Иң ҙур теләгебеҙ – уның иҫән-имен ҡайтыуы, – ти Рая менән Вениамин Айтиевтар.
Уларға ҡыҙҙары Камилла ла ҡушыла:
– Ағайым менән ғорурланам. Ул изге күңелле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, миңә терәк-таяныс. Уның иҫән-һау өйөбөҙгә әйләнеп ҡайтыуын теләйем, – тине мөләйем ҡыҙ.
Ҡарап тороуға ябай ғына ғаилә һымаҡ Айтиевтар, ләкин уларҙың нигеҙе тәүҙән үк изгелеккә, татыулыҡҡа, бер-береһен аңлап йәшәүгә ҡоролған. Башҡаларға изгелек ҡылыу уларҙың булмышында. Байтаҡ йылдар элек оло йәштәге әсәйҙәрен матурлап тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатҡандар. Һуңынан ата-әсәй наҙына мәхрүм бәләкәстәрҙе үҙҙәренә һыйындырғандар.
Рая ханым ғүмер буйы бала тәрбиәләү, йорт мәшәҡәттәре менән булған, ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда водитель, тракторҙа эшләй. Балаларға уңайлы булһын өсөн ҙур йорт төҙөйҙәр, заманында мал-тыуарҙы ла күпләп аҫырайҙар.
Бөгөн дә яҡташтарына матур өлгө булып йәшәй был ғаилә. Иң ҙур хыялдары ла тормошҡа ашһын ине – яугир улдарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын.
Автор фотоһы.