Ғорурланабыҙ
25 Апреля , 05:00

Миҙал тапшырылған

Балаҡатайҙар ҡыйыу һәм тәүәккәл сифаттарҙы үҙ иткән.

Миҙал тапшырылғанМиҙал тапшырылған
Миҙал тапшырылған

Армияла тиҫтерҙәрең менән генә хеҙмәт итәһең тиеү дөрөҫлөккә тура килеп бөтмәй, сөнки һалдат ҡайышын 18 йәшен тултырғандар ҙа, 19 һәм 20 йәшлектәр ҙә, хатта унан өлкәнерәктәр ҙә таға, һәр хәлдә беҙҙә шулай ине.

Мәҫәлән, Ярославль ҡалаһынан Павел исемле хеҙмәттәшебеҙ тап присяга ҡабул иткәндә 21 йәшен тултырҙы. Уның лидерлыҡ сифаттары шунда уҡ күҙгә ташланды, баштан уҡ уға сержант мәктәбенә барасағын әйттеләр, үҙенә спортта ла етеүсе юҡ ине, марш-бросокта артта ҡалғандарҙы ярҙамынан өҙмәне. Иң ҡыҙығы, үҫмерҙәр категорияһында спорт мастерлығына кандидат разрядын алып өлгөргән булған.

Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың төньяҡ-көнсөғышында булырға тура килде. Унда беҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илья Ведров тураһында һөйләнеләр. Нисектер, әрмеләге дуҫымдың күркәм һыҙаттарын ошо танышымда күргән кеүек булдым. Хәйер, тәүҙә Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурованың әйткәндәрен түкмәй-сәсмәй бирәйек, улай иткәндә асығырыҡ та, яҡшыраҡ та булыр.

– Фронттан бик матур хәбәр алдыҡ, шул хәтлем шатлыҡлы яңылыҡ, – тине Лилиә Рәмил ҡыҙы. – Беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булған. Ғөмүмән, балаҡатайҙар ҡыйыу һәм тәүәккәл сифаттарҙы үҙ иткән. Ата-әсәләр бәләкәйҙән ғәзиздәренә яҡшы тәрбиә биргән өсөн яҡташтарыбыҙ тырыш та, сәмсел дә. Был тәңгәлдә белем биреү учреждениелары педагогтарының эштәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡаарыуын да телгә алыу зарур. Илья Владимирович тыумышы менән бик матур Нөгөш тигән ауылдан. Тыуған иленең яҙмышын үҙенекеләй ҡабул иткән яугир менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. 

Арыҫлан йөрәкле 7-се айырым мотоуҡсылар бригадаһы яугире ул Илья Ведров. Ил һаҡсыһы II дәрәжә "Хәрби батырлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Ул һөйләүенсә, махсус хәрби операцияһы биләмәһендә һәр һалдат бурысын намыҫ менән башҡара. Ниндәй задание йөкмәтелә, шуны теүәл үтәй. Уға яуҙаштарының сос, отҡор һәм һиҙгер булыуҙары ныҡ оҡшай. Уларҙың һәр береһе менән разведкаға барырға мөмкин, ти.

Ильяны командирҙар бүтәндәргә һәр йәһәттән дә өлгө итеп ҡуя. Ул FRV-дрондар өсөн оптик сүс буйынса техник ролен үтәй, улай ғына ла түгел, "Курьер" ҡоро ергә ҡулайлаштырылған роботлаштырылған комплекс операторы кеүек эште лә йөкмәткәндәр. 

Илья Ведров 2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләккән, бынан бер нисә йыл элек үҙенең фронтта кәрәклеген тойоп, Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған төйәгенә ҡайтҡан көндәрен дә иҫләйбеҙ. Әле яҡташыбыҙ бай хәрби тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Инструктор ҙа ул, һалдаттарҙы һуғыш алымдарына өйрәтеү – төп бурыстарының береһе.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре һалдаты Илья Ведров билдәләүенсә, дошман сигенә, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр дәррәү алға бара.

Фото: Лариса Мырҙакамалова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас