

Махсус хәрби операция биләмәһендәге Ил һаҡсыларын тыуған яғында ҡаршы алып оҙатып ҡуйыу был ғәмәлгә яуаплы кешеләрҙең мөҡәддәс бурыстарының береһе. Ысынлап та, һәр кем уны теләп башҡара. Хәйер, унан берәү ҙә ситләшергә тейеш түгел. Уртаҡ эште бергәләп алып барһаҡ, ҡайһылай ҡыуаныслы.
Мәҫәлән, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәге яҙмаһы менән уртаҡлашҡан.
– Ҙур шатлығым менән бүлешәм – "Юлай" позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ менән осраштым, – тип яҙған Әнис Ҡасим улы. – Һалдат әле ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты. Ул – тыуған яғында, тимәк, Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт иткәне өсөн уға оло рәхмәтебеҙҙе еткереү өсөн уңайлы мөмкинселек тыуҙы. Беҙ ирҙәрсә уның ҡулын ҡыҫтыҡ, төрлө йүнәлештә һөйләшеү алып барҙыҡ.
Яҡташыбыҙ бындай яңғырауыҡлы позывнойҙы тиккә генә алмаған, сөнки ул Юлай ауылында тыуып үҫкән, тап ошонда ҡанат нығытҡан. Нәҡ был һүҙ уға Еңеүгә көс өҫтәй, киләсәккә ышанысты арттыра.
Яҡташыбыҙ бәләкәйҙән спорт яратҡан, айырыуса техникаға ифрат ныҡ ылыҡҡан. Төрлө ҡоролмаларҙы һүтеп йыйыу уға бер ни тормаған! Был тәңгәлдә ярҙам һораған тиҫтерҙәрен бер ҡасан да ярҙамдан өҙмәгән. "Үҙең кемгәлер өйрәтһәң, тағы ла тәрәнерәк беләһең, нығыраҡ аңлайһың", тип бүтәндәргә кәрәк-яраҡ рәтләп биргән.
Егет һөнәрселек училищеһын тамамлаған, ә инде ҡулына диплом алған йәш белгес автосервисҡа эшкә килгән. Әйткәндәй, уңғанды етәксе үҙенә ҡуш ҡуллап алған, 19 йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, автомобилдең төрлөһө менән "һингә һөйләшкән". Хәҙер һөйөнөсө сикһеҙ "Юлай"ҙың, фронтта боҙолған техниканы ремонтлап, ҡайтанан әҙерлек һыҙығына килтереп ҡуйыу өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй икән. Була бит шундай алтын ҡуллылар! "Афарин"дан башҡа һүҙ юҡ!
Әрме хеҙмәтен урап үтһәк, яҙмабыҙ тулы булмаҫ. Мәсетле егете ҡулына повестка алыу менән хәрби комиссариатҡа ашыҡҡан. Унан инде баш ҡалабыҙға юлланған, артабан – ғәскәри часкә. Үҙе әйтеүенсә, танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү – ғорурлыҡ та, шатлыҡлы ла. Ҙур тимер ҡоролма менән буйы метр ярымдан саҡ ҡына артҡан берәү идара итһенсе! Ғәжәп бит! "Ҡорос ат"ты ауыҙлыҡлауға күп ваҡыт сарыф итмәгән ул, техниканы биш бармағылай белгән үҫмер танкка бер ултырыуҙа уны йөрөтөп алған да киткән.
Әнис Әсәҙуллин белдереүенсә, бөгөн Ватан һыҡсыһы танк батальонында – механик-водитель (3-сө класлы специальность). Ул бик тә мәртәбәле һөнәрҙәрҙән һанала. Дошман менән тиңһеҙ барған һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн "Танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәте өсөн" тигән миҙал менән бүләкләнгән.
Хакимиәт башлығы һалдаттың ата-әсәһенә лә рәхмәтле булыуын еткергән. "Шундай батыр һәм уңған ул үҫтергәндәр, уны башҡаларға, үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө итеп ҡуйырлыҡ, бигерәк тә патриот булыуы ҡыуаныслы", тигән ул.
– Беҙ махсус хәрби операция биләмәһендәге һәр һалдатты беләбе һәм таныйбыҙ, Ил һаҡсыларын ярҙамдан өҙмәйбеҙ, ул ғына ла түгел, уларҙың ғаиләләренә лә һәр яҡлап булышлыҡ итәбеҙ, – тип тамамлаған яҙмаһын район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.
Фото: Айгөл Шарапова.