

Улдарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсәйҙәрҙең сабырлығына, түҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Башҡалар тәрән йоҡлағанда ла уның күңеле тыныслыҡ тапмай.
Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында яугир әсәһе Зәлифә Вәлиева менән осраштыҡ. Тормош иптәше менән улар алты бала үҫтергән, үкенескә ҡаршы, ире яҡты донъяла юҡ инде.
Бишенсе балалары - “Юрист” позывнойлы улдары 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға юлланған. Оло йәштәге әсәйгә был - ҙур тормош һынауы.
– Яуға киткәндә улыма 36 йәш ине. Ҡапыл ғына сығып киткәс, бик ауыр булды, – тип һөйләне ул осорҙо.
Был йылдар эсендә “Юрист” ике тапҡыр яраланған. Ялға ҡайтҡан мәлдәрен яҡындары айырыуса көтөп ала.
–Улымдың беренсе тапҡыр ҡайтҡаны әле лә күҙ алдында. Ҡайтам, тип алдан әйтмәне. Миңә сюрприз булыуын теләгән. Мин телевизор ҡарап ултыра инем, “әсәй” тигәнгә әйләнеп ҡараһам, улым баҫып тора. Көтөлмәгән шатлыҡ булды минең өсөн, хатта ҡапыл ҡаушап төштөм, – тип һөйләне Зәлифә Йөҙөмбай ҡыҙы.
Яуҙа йөрөгәс, гел генә һөйләшеп тороу ҙа мөмкин түгел, күбеһенсә яҙышып хәбәрләшәләр. Бер ҡасан да улынан зарланыу һүҙе ишетмәй.
- Бәләкәй саҡтан сабыр, йомшаҡ күңелле булды улым. Күп һөйләргә яратманы. Спорт менән дуҫ булды. Мәктәптә лә, учлищела уҡығанда ла саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашты. Байтаҡ маҡтау грамоталары бар, – тип балалыҡ йылдарын да хәтергә алды.
“Юрист” үҙ ваҡыты еткәс, һалдат бурысын намыҫ менән үтәй. Мәскәүҙә, Чечняла хеҙмәт итә.
Махсус хәрби операция башланғас, бындағы һынауҙарҙан да ҡурҡып ҡалмай Хәлекәй егете. Ул Шайморатов, ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Яуҙан улыңды көтөүе еңел түгел. Был йәһәттән Зәлифә Вәлиеваның эргәһендә яҡындары, балалары бар. Ауылда фермерлыҡ эшен асҡан Земфир улы - әсәһенең ныҡлы терәге. Район үҙәге Стәрлебашта донъя көтһә лә, тыуған ауылынан юлы өҙөлгәне юҡ.
– Ауылдаштарыма ла рәхмәт, хәлемде белешеп торалар. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Филүс Самат улы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Әленән-әле төрлө байрамдарға саҡырып тәбрикләйҙәр. Иғтибар булғас, әлбиттә, еңелерәк. Барлыҡ теләгебеҙ – донъялар тиҙерәк тынысланһын, һалдаттар иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, – тип оҙатып ҡалды яугир әсәһе.
Автор фотоһы.