

“Альбатрос” позывнойлы яугир бәләкәй бейеклектәрҙе файҙаланып разведка һәм алдынғы подразделениеларҙың уттарын корректировкалау менән шөғөлләнә. Уның һүҙҙәренсә, фронтта дрондар ҡулланыу – дошман позицияларын юҡ итеүҙе күпкә арттыра, оборонаны нығыта һәм һалдаттарҙың хеҙмәтен хәүефһеҙерәк итә. Ул, шулай уҡ, үҙ эшенең юғары концентрация һәм аныҡлыҡ талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса белгес "Альбатрос" Октябрьский ҡалаһынан, хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә хеҙмәт итә. Яугир Башҡортостанда тейешле әҙерлек үткәндән һуң бөгөнгө көндә фронттың Запорожье биләмәһендә бурыстар үтәй.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү бер нисә төп өҫтөнлөккә эйә: операторҙар өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары, сөнки уларҙың эшмәкәрлеге фронт һыҙығынан алыҫта алып барыла.
Оборона министрлығы бер йыллыҡ контракттар тәҡдим итеп, уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙыра. Был эш үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә, шунан һуң хәрби хеҙмәткәр контрактты оҙайта йәки эштән китә ала. Һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантиялана: контракт хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш икенсе вазифаға күсереүҙе күҙ уңында тотмай.
Бынан тыш, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.
Шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы “Хәрби хеҙмәт үткән кешеләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында”ғы указға үҙгәрештәр индерҙе. Ул документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan