Ғорурланабыҙ
18 Мая , 05:00

Ил һаҡсыһы Азамат Мөхәмәтов

Һалдаттар ифрат берҙәм

Ил һаҡсыһы Азамат МөхәмәтовИл һаҡсыһы Азамат Мөхәмәтов
Ил һаҡсыһы Азамат Мөхәмәтов

Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһында Башҡортостан махсус хәрби операцияһы Ассоцияһының үҙәгендә Учалы районының бер төркөм Ил һаҡсыларына "Бурысҡа тоғро ҡалғаны өсөн!" миҙалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Азамат Мөхәмәтовтың да булыуы айырыуса шатлыҡлы ине.

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов билдәләүенсә, учалылар махсус хәрби операция биләмәһендә бурыстарына бик тә яуаплы ҡарай. Уларҙың һәр береһе тыныс тормош өсөн үҙҙәрен аямай.

Махсус хәрби операцияла һалдаттар ифрат берҙәм, һәр кем яуҙашы өсөн ҡалҡан булып торорға әҙер. Ватан һаҡсылары бер-береһенә ярҙамсыл һәм теләктәш. Улар менән разведкаға барырға һәр кем атлығып тора. Илебеҙ һаҡсыһы Азамат Мөхәмәтов ошолар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләне.

Фото: Руслан Ғиләзетдинов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас