

Миәкә районының Боғҙан ауылы уңғандары махсус хәрби операциялағы һалдаттар тураһында бер ҡасан да онотмай. Яугирҙәр ауылдаштарының хәстәрен тойһон, өй ризыҡтарының тәмен татыһын өсөн улар ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәй.
Күптән түгел Боғҙандар йәнә ҙур ғына ылау оҙатты. Гүзәл заттар тырышлығы менән үрелгән һигеҙ маскировка селтәре, 50 пар ойоҡбаш, эске кейем, бер мең ҡап үлән сәйе, 40 банка быҡтырылған ит, 10 банка ҡайнатма, ҡап-ҡап сохари, бауырһаҡ, өй туҡмасы һәм башҡа ауыл күстәнәстәре оҙатылды.
Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын тигән маҡсат менән ихлас күңелдән башҡара улар был ярҙамды. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә дөйөм эшкә үҙҙәренең өлөшөн индерә. Мәҫәлән, блиндаж шәмдәрен эшләгәндә ярҙам итәләр. Берҙәмлек менән еңеүҙе яҡынайта ауылдаштар.
Фото: ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһынан.