Ғорурланабыҙ
29 Мая , 14:30

Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған

Тарихи китапта исемдәре Башҡортостан менән бәйле разведчиктар тураһында бәйән ителә. Тарихсы Марат Мәрҙәнов был хаҡта бай мәғлүмәт менән таныштырҙы.

Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булғанМахсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған
Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған

Китап байрамының “Еңеү биләмәһе” сатырында “Махсус хеҙмәттәрҙең Башҡортостан легендалары” тигән бик мауыҡтырғыс әңгәмә булды. Сәйәси фәндәр кандидаты, Рәсәй Тарих йәмғиәтенең БР-ҙағы бүлексәһе рәйесе, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов архив эҙләнеүҙәре һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты.

“Легенды спецслужб из Башкирии: очерки и документы” атамаһы менән баҫылып сыҡҡан китапта исемдәре Башҡортостан менән бәйле разведчиктар тураһында бәйән ителә. Марат Хәмитйән улы баҫма өҫтөндә эшләү тарихы менән таныштырҙы – материалдарҙы йыйыуға 10 йыллап ваҡыт сарыф ителгән.

– Материалдарҙы йыйыу, тәүсығанаҡтар, архивтар менән эшләү күп ваҡыт талап итә. Махсус архивтар ябыҡ бит. Ғәҙәттә, күп документ “йәшерен” тамғаһы менән һаҡлана. Шуға ла был ҙур, мәшәҡәтле эш, – тип асыҡланы ул.

Китапҡа 12 легендар разведчикка ҡағылышлы яҙмалар ингән. Уларҙың исеме илебеҙҙә генә түгел, хатта ки донъяла билдәле, тик уларҙың Башҡортостан менән бәйләнеше барлығын бик һирәктәр белә.

– “Ҡайтарылған исемдәр” музейында был уникаль һөнәр эйәләренеке лә урын алыуын теләйем, – тине Марат Хәмитйән улы, ни өсөн был темаға тотоноуының сәбәбен аңлатып.

– Ҡатмарлы, геосәйәси яҡтан тотороҡһоҙ заманда ватандаштарыбыҙҙың героик өлгөһөндә ҡурҡыу белмәүҙе, ә бөтә ихтыярҙы йыйып, һуғышҡа яҡын шарттарҙа үҙ хәрби бурысыңды үтәүҙе күрһәтеү – төп бурыс. Улар миҫалында үҫеп килгән быуынды Ватаныңды нисек яратырға икәнен өйрәтеү мөһим. Һүҙҙә генә түгел, ә атҡарған ғәмәлдәрең менән, – тине Марат Мәрҙәнов, илһөйәрлек тәрбиәһенә баҫым яһап.

Был осрашыуҙа ҡатнашҡандар тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың ни тиклем мөһим икәненә тағы бер инанғандыр.

Рәүилә Ғатауллина.

Автор фотолары.

Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған
Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған
Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған
Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған
Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған
Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған
Махсус хеҙмәттәрҙә беҙҙең яҡташтар ҙа булған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас