

"Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы" республика йәмәғәт ойошмаһының элекке рәйесе, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәүсе, Чечен һуғышында ҡатнашыусы, махсус хәрби операция яугире Тимерйән Рәжәповҡа арналған "Ысын бөркөттәр юғары оса" тигән хәтер кисәһе Өфөлә үтте. Уны Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, "Торатау" конгресс-холының директор урынбаҫары Тимерйән Рәжәп улы тормошта бер ҡасан да еңел юлды һайламаны, ә киреһенсә һәр ваҡыт ҡатмарлыҡтар яҡлы ине. Иң мөһиме, һикәлтәләрҙе үҙе йырып барҙы, бары тик үҙе генә бөтәһен дә хәл итте.
Тыумышы менән Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан булған Тимерйән Рәжәпов йәмәғәт эштәрендә әүҙем ине. Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар йөк ташыу, Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен юллау, Луганскиҙағы Петровское ҡалаһының 22-се мәктәбенә Шайморатов исемен биреү һәм башҡа эштәр - шуға асыҡ миҫал.
Тимерйән Рәжәп улының Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланыуын ысын Ил һаҡсыһы итеп аңларға мөмкин. Ҡыҙғаныс, 2025 йылдың июнь айында яуҙа алған яралары арҡаһында яҡташыбыҙҙың йөрәге ибеүҙән туҡтаны...
Фото: Илдар Аҡъюлов.