

Волга буйы федераль округында Ватан һаҡсылары хәтерен мәңгеләштереү буйынса законлылыҡты иң яҡшы үтәү конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандары "Росинка" балалар лагерында батырлыҡ дәресе үткәрҙе.
Был сара йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү программаһына ярашлы уҙғарыла һәм балаларҙа илебеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре уятыуға йүнәлтелгән. Дәрес барышында ветерандар хәрби хеҙмәт, батырлыҡ һәм Ватанды һаҡлау мөһимлеге тураһында һөйләне. Ватандың ысын һаҡсылары булыу өсөн физик яҡтан әҙерлекле һәм рухи яҡтан ныҡлы булырға кәрәк, тине яугирҙәр.