

Салауат районынын Афған һуғышы ветераны, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ылау ойоштороусы, һалдаттарға алып барып еткереүсе Рөстәм Хөснуллин тураһында ишетмәгәндәр бик һирәктер. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн үҙен дә, ваҡытын да йәләмәгән замандаштарыбыҙҙың береһе ул. Уның буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек, ул һәр ваҡыт гуманитар ярҙам туплау, уларҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алып барыу менән мәшғүл.
Бөгөн Рөстәм Нәбиулла улы Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙҙағы филиалында уҡыта. Трактор, ауыл хужалығы машиналары, йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса студенттарға белем бирә. Ләкин уның эше бының менән генә сикләнмәй. Ул махсус хәрби операция билмәһендәге егеттәргә 40 тапҡыр гуманитар ылау илткән. Бөгөнгө көндә 41-сеһен туплау менән мәшғүл.
Тәүге тапҡыр ул 2015 йылда Тимерйән Рәжәпов, Рәлиф Хөснөтдинов менән Луганск халыҡ республикаһының Петровск ҡалаһы мәктәбенә юллана. Балаларға, ошонда йәшәүсе халыҡҡа гуманитар ылау ғына алып барып ҡалмайҙар, был мәктәпкә Рәсәй Геройы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исемен биреү тураһында ла һөйләшәләр, батырыбыҙ һәләк булған урынға уның таҡтаташын ҡуйыуҙа ҡатнашалар.
Рөстәм Нәбиулла улы һалдаттарға тағылма итеп йөрөтөрлөк мунсалар эшләүгә тотона. Тәүге мунсаны улдары менән ҡороп ҡуя, артабан был эшкә Афғанстанда, Чечняла хеҙмәт итеүсе егеттәр ҡушыла, был эштән колледж студенттары ла ситтә ҡалмай.
–Беҙ эшләгән мунсалар Салауат районынан хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә – Белгород, Курск, Запорожье, Луганск, Донецк, Херсон яҡтарына юлланды. Барлығы 33 мунса төҙөп алып барҙыҡ, уларҙың күптәре тағылмалы, берәүһе үҙйөрөшлөһө “ГАЗ-53” машинаһына урынлаштырылған. Егеттәр шул тиклем рәхмәтле. Эшләгән мунсаларыбыҙҙы кинәнеп ҡулланғас, беҙҙең өсөн дә һөйөнөс, – тине Рөстәм Хөснуллин.
Мунсалар ғына түгел байтаҡ башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа оҙатылған. УАЗ машиналары, еңел автомобилдәр, квадроциклдар, электр двигателдәре һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып барылған.
– Берлектә алып барылған ҙур эш был. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, район етәкселегенә, эшҡыуарҙарға, ылауҙы алып барыусы водителдәргә, ябай халыҡҡа яугирҙәргә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Һәммәбеҙҙе тағы ла берҙәмерәк булырға саҡырам. Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ дәррәү көс менән еңеү яулаған һымаҡ, был юлы изге маҡсатыбыҙға өлгәшербеҙ, – тине ирекмән.
Рөстәм Нәбиулла улы 9 Май Еңеү байрамы алдынан ғына яугирҙәр янында булып ҡайтҡан. Был юлы гуманитар ылауҙы Белгород, Луганск, Донецк, Запорожье яҡтарына алып барғандар.
Әле йәнә оҙон сәфәргә йыйыналар. Еңеүгә тиклем яугирҙәрҙе хәстәрләү маҡсат итеп ҡуйылған.
Фото: шәхси альбомдан.