

Махсус хәрби операцияға барыу күңелендә илһөйәрлек тойғолары көслө булған, ҡурҡыу белмәгән ир-егеттәргә хас. Ил алдындағы бурыстарын үтәгәндә һәләк булғандары ла, үкенескә ҡаршы, аҙ түгел. Улар яҡындарының, ауылдаштарының күңелендә мәңге йәшәй. Бүздәк районының Килем ауылында 9 Май - Еңеү байрамында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәргә стела асылды. Һәр егеттең исем-шәрифе яҙылған таҡтаташтар әллә ҡайҙан күренеп тора. Ауыл фермеры Зөлфәт Камалов материалдар алып бағыусылаҡ ярҙамы күрһәткән. Фермер Алмаз Халиҡов та стела булдырыуға үҙ өлөшөнө индергән. Шулай уҡ халыҡ та аҡса йыйып булышлыҡ иткән.
Стеланың Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә урынлашыуы патриотизм тойғоларының быуындан-быуынға күсеүен сағылдыра.
-Стела асыуҙың маҡсаты – махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү. Улар онотолорға тейеш түгел. Байрамдарҙа, иҫтәлекле сараларҙа ғына түгел, ябай көндәрҙә лә халыҡ ошо стеланы ҡарарға килә, һалдаттарыбыҙҙы хәтергә алып сәскәләр һалып китә, – тип һөйләне Килем ауылы биләмәһе башлығы Альмир Ҡорбанғәлиев.
Йыл артынан йылдар үтер. Таҡтаташтағы ауыл батырҙары киләсәк быуынға ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп торор.
Автор фотоһы.
Бүздәк районы.