

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондында һәр саҡ кеше күп. Ир-ат бында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре пилотһыҙ осоусы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүгә өҫтөнлөк бирә. Шуныһы, кемдер заманса техника менән "һин"гә һөйләшә, ә белмәгәндәр иһә учебный полигонда өйрәнәсәк.
Мәҫәлән, Өфө егете Павел, ә уға 25 йәш, иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Әңгәмәсебеҙ – өйләнгән.
– Башта кәләшем дә, бүтән туғандарым да махсус хәрби операцияға минең барыуыма ҡаршы ине, хәҙер иһә улар фекеремде тулыһынса хуплай, – тип һөйләй ул. – Электр, электрлаштырыу тигән һүҙҙәр йәки төшөнсәләр миңә яҡшы таныш. Әйтәйек, автомобилемдә электр берәй ерҙә янмаһа, бер ҙә автосервисҡа йүгермәнем, ә үҙем ремонтланым. БПЛА менән тәрән ҡыҙыҡһындым.
Шулай итеп, Павел – пилотһыҙ осоусы аппараттың операторы буласаҡ. Бының өсөн иң мөһиме, уның теләге ҙур.
Фото: Электрогазета.рф