Ғорурланабыҙ
3 Августа , 06:00

Еңеүҙе яҡынайтабыҙ

Уның тураһында нимә беләбеҙ?

Еңеүҙе яҡынайтабыҙЕңеүҙе яҡынайтабыҙ
Еңеүҙе яҡынайтабыҙ

Мәктәптә уҡығанда, айырыуса X класта саҡта беҙ, 15 егет, барыбыҙ ҙа тиерлек армияла пограничник булырға хыялландыҡ. Ә сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һалдат ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Ошо хаҡта НВП (башланғыс хәрби әҙерлек дәресе) уҡытыусыһынан һорашһаҡ та, көслө, таһыллы һәм ҡыйыу һыҙаттарҙы үҙебеҙҙә тәрбиәләү өсөн ныҡ тырыштыҡ. Йүгереү, турникта әйләнеү, штанга күтәреү һәм башҡа ир-атҡа хас һаналған күнекмә-шөғөлдәр шуға асыҡ миҫал. Әлбиттә, бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙ теләгән ғәскәрҙәргә эләкмәнек, уның ҡарауы, билебеҙгә һалдат ҡайышын тағыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алманыҡ.

Элекке ваҡыттағы шикелле хәҙер ҙә үҫмерҙең Рәсәй Ҡораллы Көстәренең элиталы һаналған сик буйы ғәскәрҙәрендә, хәрби-диңгеҙ флотында, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләге нығыныуында тамсы ла шик юҡ. Физик яҡтан сынығып һәм көслө булып буй еткереүсе яҡташтарыбыҙҙың илебеҙҙе дошмандан һаҡларға һәр саҡ әҙер тороуы, әлбиттә, барыбыҙ өсөн ғорурлыҡ та, шатлыҡлы ла. Әйткәндәй, илебеҙ һағына баҫҡан Башҡортостан егеттәренең күбеһе элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт бурысын үтәй.

Махсус хәрби операция биләмәһендә Рәсәй Ҡораллы Көстәренең ҡеүәтле берләшмәләре һәм подразделениелары дошманға ҡаршы һуғыша. Дөйөм ғәскәри армияны Башҡортостанда төҙөлгән бик күп исемле батальондар тулыландыра.

Әйткәндәй, мобилизацияланған кешеләр резервы тураһында бер кәлимә һүҙ. Уның тураһында нимә беләбеҙ? Мобилизацияланған кешеләр резервы – ул юғары мобилизация әҙерлеге хәлендә торған запастағы граждандарҙың бер өлөшө. Улар Рәсәй Оборона vинистрлығы менән ирекле рәүештә контракт төҙөгән. Тыныс тормошта иһә төрлө күнекмәләргә һәм йыйындарға йәлеп ителәләр, ә мобилизация иғлан ителгәндә инде үҙаллы хәрби часҡа килергә тейештәр.

Ә бөгөн һүҙебеҙ БАРС (Боевой Армейский Резерв Страны) тураһында. Был – аббревиатура, уны тарҡатып уҡыһаҡ, илдең хәрби армия резервы була. БАРС – Рәсәй Оборона Министрлығы мобилизацияланған кешеләр резервының проекты. Хәйер, был хаҡта яҙғайныҡ инде.

Әле БАРС өсөн личный составты тулыландырыу дауам итә. Әлбиттә, граждандар һайлап алыу туры аша үтә. Тәжрибәле яугирҙәр талап ителә. Ысынлап та, минометсы, артиллерист, сапер, элемтәсе, механик кеүек хәрби белгестәрҙе күпләп алалар. Бынан тыш, табиптар, ауыр йөк ташыусы транспортҡа водителдәр, БПЛА-ға (пилотһыҙ осоусы аппарат) операторҙар кәрәк.

Резервистар, хәрбиҙәргә ҡаралған бөтә төр ташламалар менән дә иркен файҙалана ала, шул иҫәптән, социаль гарантиялар һәм төрлө түләүҙәр ҙә ҡаралған.

Ирекле формированиелар диверсия-разведка төркөмөнә ҡаршы көрәш алып бара. Шулай уҡ яугирҙәрҙең маҡсаты – контртеррористик операция режимын тәьмин итеү, халыҡҡа ярҙам итеү, задание үтәгән махсус хеҙмәттәргә теләктәшлек күрһәтеү.

БАРС отрядтарының сик буйында урынлашҡан Белгород, Брянск һәм Курск өлкәләрендә кешеләрҙең тыныс тормошон тәьмин итеүен дә онотмайыҡ. Ҡырымда ла уның формированиелары бар. Илебеҙҙең ҡайһы төбәгендә нефть эшкәртеү заводтары урынлашҡан, эре транспорт үҙәге төҙөлгән, оборона сәнәғәте заводтары эшләй, шуларҙың һәммәһендә лә уның ирекле төркөмдәре бар.

Кемдәр резервист була ала? Илебеҙҙең хәрби армия резервына һайлап ҡына алалар. Уның өсөн Рәсәй гражданы булыу шарт, кандидат 65 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Хәрби комиссариаттың ишеген асып ингән Ватан һаҡсыһынан хәрби билетын һораясаҡтар, уға медицина комиссияһын да үтергә кәрәк. Доброволец физик яҡтан ныҡмы һәм психик йәһәттән сәләмәтме? Ошо ике төп күрһәткесте лә ҡараясаҡтар. Наркологик диспансерҙан белешмә ҡағыҙы ла талап ителә.

БАРС-ҡа теләгән һәр кем яҙыла ала. Ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла берҙәй ҡабул итәләр. Билдәле көслө затҡа Рәсәйҙе һаҡлау һәм ҡурсалау кеүек яуаплы бурыстар йөкмәтелә, ә гүзәл зат инде санитар инструктор, ашнаҡсы, элемтәсе һымаҡ эштәргә йәлеп ителә. Тағы бер мөһим әйбер – әгәр ҙә ул кеше хөкөмгә тарттырылған икән, һүҙ ҙә юҡ, уға мөһим объекттарҙы һаҡлауҙы тапшырмаясаҡтар, дрондар өсөн яуаплылыҡты йөкмәтеүҙе әйтеп тораһы ла түгел.

Контрактник менән резервист араһында айырма бар.

Ысынлап та, кем ул контрактник? Ә кем – резервист? Беренсенән, доброволең сифатында маҡсатығыҙға ирешә алаһығыҙ. Рәсәй Оборона министрлығы менән төрлө срокка контракт төҙөп була. Әйтәйек, контрактты 12 айға төҙөгәнһегеҙ икән, бер йылдан тыуған яғығыҙға ҡайта алаһығыҙ йәки уны тағы ла оҙайтырға мөмкин. Килешеүҙе алдан да ғәмәлдән сығаралар, әммә был осраҡта барыһы ла командирҙарға бәйле.

Хәрби булараҡ та контракт төҙөргә мөмкин, бында инде махсус хәрби операция тамамланғансы хеҙмәт итергә кәрәк. Контракт срогы бөткәс тә һәм һалдаттың үҙенең теләге буйынса ла хеҙмәт бурысын ҡалдырып китергә ярамай. "Миңә етте, тыуған яғыма ҡайтам" тигән һүҙҙәр бөтөнләй ҡабул ителмәй.

Резервистар МХО-ға барамы? Беҙгә билдәле булыуынса, доброволецтар тормошто тәьмин итеүсе объекттарҙы һаҡлауға йәлеп ителә, резервистарҙы фронтҡа ебәрмәйҙәр.

Илебеҙ өсөн һынылышлы мәлдә илебеҙҙең хәрби армия резервы сафын тулыландырырға уйлаусылар бихисап. Тимәк, Рәсәй ышаныслы ҡулдарҙа тип ныҡлы әйтә алабыҙ.

 

Фото: скриншот.

 

Әхтәр МИҢЛЕБАЕВ, мәктәп уҡыусыһы:

– Беҙ ғаиләлә – биш бала, барыбыҙ ҙа ир-егет. Ә мин – төпсөк. Бөгөн минән бер йәшкә өлкән ағайым армияла хеҙмәт итә. Камчатка крайынан ҡайнар сәләмдәрен даими еткереп тора. "Хәрби пехотала хеҙмәт итеү – иң маҡтаулыһы" тип танауын сөйөп тә ала. Яҡынымдың ҡайтыр ваҡыты ла етеп килә – Яңы йыл алдынан ҡаршы аласаҡбыҙ. Бынан тыш, өс ағайым да һалдат итеген кейҙе, хәҙер уларҙың береһе БАРС-та хеҙмәт итә. Уларҙың барыһы ла илебеҙҙе һаҡлаған, ҡайһылай ғорурлыҡ! Йәшем еткәс, мин дә армияла хеҙмәт итәсәкмен. Һүҙ ҙә юҡ, әрме көслөләр менән данлы. Шуға күрә лә уға әҙерлекте күптән башланым.

Вадим ҠЫУАНДЫҠОВ, төҙөүсе:

– БАРС тураһында ишетеп кенә белмәйем, ә унда дуҫтарым һәм таныштарым да хеҙмәт итә. "Ә ниңә уларҙың сафын тулыландырмаҫҡа?" тип бер ваҡыт фекерҙәштәрем менән һөйләшеп ултырғанда шундай ныҡлы ҡарарға килдем. Хәрби комиссариатҡа барып, ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген белдем. Хәҙер иһә ошо эштәр менән мәшғүлмен.

Ир-ат – ил һаҡсыһы. Бындай исемде ғорурлыҡ менән йөрөтөргә тейешбеҙ. Ғөмүмән, үҙемә килгәндә, армия мәктәбен үттем, ике йыл дауамында Коми Республикаһында булдым. Маҡтаныу түгел, ә инде хәрби кейемдә тыуған ауылыма ҡайтып төшөүҙең ҡайһылай ҙа һөйөнөс икәнен телгә алыу артыҡ. Быны шуға яҙам – Ватаныбыҙ нимә ҡуша, бөтәһен дә үтәргә бурыслыбыҙ, шуны оноторға ярамай.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас