

Башҡортостандың йыйылма командаһы "Гвардеец" Волга буйы федераль округының йәш армеецтарҙың округ йыйынында ҡатнаша. Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың күҙәтеүе аҫтында ойошторола. Унда Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән һәм Луганск Халыҡ Республикаһынан командалар ҡатнаша.
Йыйындың тәүге көнөндә үҫмерҙәр Рәсәй Геройҙары менән осрашты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби ордендар кавалерҙары һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән күреште, һөйләште.
Йәш армеецтар казармала йәшәй, заманса техниканы һәм ҡоралды өйрәнә. Улар өсөн бай программа төҙөлгән, өс аҙна һуҙымында йәштәр төрлө яҡлап сынығыу аласаҡ.
Фото: Башҡортостан йәштәргә патриотик тәрбиә һәм хәрби саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәге.