Ғорурланабыҙ
8 Августа , 01:20

Ярҙамдан өҙмәйҙәр

Әлбиттә, район етәкселеге һәр йәһәттән дә булышлыҡ итә.

Ярҙамдан өҙмәйҙәрЯрҙамдан өҙмәйҙәр
Ярҙамдан өҙмәйҙәр

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов белдереүенсә, улар махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ла, уларҙың ғаиләләренә лә тос ярҙам итәләр.
Мәҫәлән, Дилшод Йоносов – Ватаныбыҙҙы дошмандан һаҡлай, бурысына яуаплы ҡарағаны өсөн бик күп дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Әлбиттә, район етәкселеге һәр йәһәттән дә булышлыҡ итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында, Марс Фәрәх улы ил һаҡсыһын эш кабинетына саҡырып, һөйләшеү ойошторған. Әйткәндәй, Марс Кашапов Дилшод Закирджон улының ата-әсәһе һәм кәләше менән дә осрашҡан.

Азамат Ғайсин һәм уның ғаиләһенә лә булышлыҡ итәләр. Шуныһы, Президент Владимир Путиндың Указына ярашлы, Азамат Ғайсин Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Күптән түгел яугир Вилдан Сафин менән күрешкәндәр, уны, уның ғаиләһен дә ярҙамдан өҙмәйҙәр.
– Дилшод Йоносов, Азамат Ғайсин, Вилдан Ғайсин тураһында һөйләнек, ғөмүмән, махсус хәрби операция биләмәһендәге бөтә Ватан һаҡсыларына ла ярҙам итәбеҙ, – тип хәбәр итте Марс Кашапов. – Өйҙәренә утын килтереүҙән алып торлаҡ йорттарын яҡшыртыуға хәтлем һәммәһен дә ғәмәлгә ашырабыҙ. Был – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе.

Фото: Эльвира Ғәләева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас