

Тормош һынауҙарын сабыр ғына күтәрә белгән, бар ғүмерен хеҙмәткә арнаған, балаларына ла үҙҙәренең тормошо менән өлгө булған Фреда һәм Радик Вилдановтар менән таныштыҡ Бүздәк районының Килем ауылында. Алты ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бирә улар. Иң өлкән улдары ауылда төпләнгән, ҡалғандары Өфөлә йәшәй.
Ситтә бәхет эҙләп йөрөмәгән Фреда апай менән Радик ағай. Егеттең тыуған ауылында төпләнәләр, ата-әсәһенең нигеҙендә йорт һалып ғүмер итәләр.
Матур итеп донъя көтөргә, балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан, ауырлыҡта ла, шатлыҡта ла бергә булған, 53 йыл рәттән тормош һуҡмағынан атлаған ғаилә пары улар. Фреда Искәндәр ҡыҙы ғүмер буйы һауынсы була, сөгөлдөр ҙә утай, халыҡтан һөт тә йыя. Радик Ғәлимйән улы ҡышын фермала малсы, яҙғы-йәйге осорҙа баҫыуҙа механизатор булып эшләй.
Бер-бер артлы һигеҙ сабыйҙары донъяға килә. Элекке осорҙа декретта оҙаҡлап бала ҡарап ултырыу булмай. Аҙаҡҡы көнгәсә сөгөлдөр утап, бәпәй табырға киткән мәлдәре онотолмаған. Ике айлыҡ балаһын өлкәнерәктәренә ҡалдырып, көҙөн сөгөлдөр таҙартырға йөрөгән, бәләкәсен йүгереп имеҙергә ҡайтҡан сағы төш кенә һымаҡ иҫтә ҡалған.
- Иркенләп бала ҡарап ултырырға ваҡыт та булманы бит ул. Аҡса булһын тип, тиҙерәк эшкә сығып китә инем. Халыҡтан һөт йыйғанда алты айлыҡ сабыйымды арбаға феләктәр янына һалып, һөт ташығаным хәтерҙә. Өйҙә ҡалдырһам, илай, шулай балалар эш араһында үҫте. Аҙаҡ үҙҙәре лә ҡул араһына кереп, өй тирәһендә ярҙам итте, – тип һөйләне Фреда апай.
Ғаилә башлығы ла һүҙгә ҡушыла
-Элек шулай эшләнек бит инде. Сәсеү, ураҡ эштәре ваҡытында мин дә таңғы 6-ла сығып китәм дә төнгө 3-тәргә саҡ өйгә ҡайтып инә торғайным. Сығып киткәндә лә балалар йоҡлап ҡала, ҡайтҡанда ла йоҡлайҙар, – ти ул.
Фреда апай менән Радик ағай үҙҙәре лә күмәк балалы ғаиләлә үҫә. Шуға ла сабый тауышынан гөрләп торған йортта күрә улар йәшәү шатлығын. Балаларын да лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләйҙәр. Һәр береһе һөнәрле, дүртәүһе юғары уҡыу йорттарын бөткән. Илдар улдары, аспирантура тамамлап, бөгөн Өфө фән һәм технологиялар универсиетында эшләп йөрөй.
– Балаларыбыҙға рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Иғтибарҙан өҙмәйҙәр. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиеүҙәре дөрөҫ. Ике-өс бала менән дә етешһеҙ генә йәшәгәндәр бар, донъябыҙ шөкөр итерлек, – ти Фреда апай.
Ысынлап та, Вилдановтар ғаиләһенең йорт-ихатаһы төҙөк, матур, тирә-яғы тулы сәскәләр йәм биреп ултыра. Өйҙәре лә зауыҡ менән йыһазландырылған. Йорт алдында трактор ултырыуы ла ғаиләнең хужасыл, хәстәрлекле булыуы тураһында һөйләй. Әле булһа мал тотоп, баҡса үҫтереп, йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй бирәләр. Бер минутҡа ла эшһеҙ торорға күнекмәгән ауыл кешеһе.
Өлгөлө атай-әсәй булыуын раҫлап, Фреда апайҙың күкрәген “Әсәлек даны”, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән миҙалдар биҙәй. Радик ағайға “Ватан һаҡсыһының атаһы” тигән миҙал тапшырылған.
Ысын герой үҫтергән, тәрән хөрмәткә лайыҡлы атай менән әсәй ҙә улар. Дүртенсе балалары – яуҙа “Фантомас” позывнойын йөрөткән улдары үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. 2022 йылдың көҙөндә була был хәл. Армия сафтарында диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткән егет илгә ауырлыҡ килгәндә ситтә тороп ҡала алмай. “Мин бармаһам, кем барыр? Һәләк булһам, герой тигән исемем ҡалыр”, – тип юллана ул яуға.
Ике тапҡыр ялға ҡайтып китә. Улы тураһында һөйләгәндә Фреда апайҙың күҙҙәре йәшләнә.
– Дүртөйлө яғынан Митя исемле иптәше “мин һинән алда үлһәм, ҡәберемә барып сәскә һал, әсәйемде күреп, хәлен белеш” тип әйтә. Ялға ҡайтҡанында хеҙмәттәшенең васыятын үтәне улым, дуҫ егетенең әсәһен дә барып күрҙе. “Киләһе ялға ҡайтҡаныңда ла кил” тип саҡырып ҡала яугир әсәһе. Үкенескә ҡаршы, улым үҙе лә яҡты донъянан китеп барҙы. Үлемен, бәлки, тойғандыр ҙа. Иптәштәренә “иҫән ҡайта алмаҫмын” тип әйтеп киткән, – тип күҙ йәштәрен һөртә әсә.
Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән егет батырҙарса һәләк була. “Суворов” миҙалын, һәләк булғандан һуң тапшырылған Батырлыҡ орденын ата-әсәһе ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлай.
– Бер генә минутҡа ла иҫемдән сыҡмай улым. Ятһам да, торһам да, гел уйымда. Өйҙә кейемен күреп ҡалһам да, йөрәгем өҙөлә, – ти ул. Икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡанында өй ризыҡтарын бигерәк һағынғайны. Бер көн манты бешертте, иртәгәһенә ҡаҙ бәлешен һораны. Ҡымыҙҙы бик яратып эсте. Бер зарлана белмәне, кешегә асыуланманы. “Әни, илама, мин бит тәжрибәле яугир, бирешмәм” , – тип ҡосаҡлап йыуатты.
2024 йылдаң 12 авгусында батырҙарса һәләк була Килем ауылы яугире. Август айында донъяға килә һәм ошо айҙа уның ғүмере өҙөлә.
Әллә күпме халыҡ килә уны һуңғы юлға оҙатырға. Ауыл үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәргә ҡуйылған стела ла ошонда тыуған егеттәрҙең илһөйәрлеге, ҡаһарманлығы тураһында йәш быуынға һөйләй.
Автор фотоһы.
Бүздәк районы.